Район мәҙәниәт йорто майҙанында шау-гөр килеп барған күңелле сара бик үҙенсәлекле, иҫтә ҡалырлыҡ булды. “Масторавань морот” — мордваларҙың мәҙәниәтен, традицияларын үҙ эсенә алған боронғо байрамдарҙың береһе.
Бишбүләктәрҙән тыш, Федоровка районынан, күрше Ырымбур өлкәһенән килгән ижади коллективтарҙың сығыштары байрамға яңы йәм, биҙәк өҫтәне. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мордва милли-мәҙәниәт үҙәге рәйесе Юлия Герасимова һәм республика Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре ошондай йөкмәткеле сараларҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм телдәрҙе һаҡлауҙа әһәмиәтен билдәләне. Ҡунаҡтар мордва кухняһы аҙыҡтарын тәмләне, тарихы менән яҡындан танышты, ижади коллективтарҙың сығышын ҡарап кинәнде.