Кимәл дә, кәйеф тә күтәрелә08.12.2018
Бәләбәй ере йәнә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән профессиональ ансамблдәрҙе һәм халыҡ инструменттары оркестрҙарын үҙенә йыйҙы.

Ике көн эсендә 47 коллектив үҙҙәренең таланттарын тамашасыларға күрһәтте. Был — йәмғеһе 400-ҙән ашыу кеше тигән һүҙ. Жюри конкурста ҡатнашыусыларҙың кимәлен юғары баһаланы. Күптәр инструменттарын яңыртҡан, репертуарын байытҡан. VI республика конкурсында ҡатнашыусылар ҡунаҡсыл бәләбәйҙәрҙең сараны яҡшы ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.


Вернуться назад