“Хамматов һабаҡтары”23.05.2012
Һәр йыл Белорет ҡалаһының Я. Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында “Хамматов һабаҡтары” тигән кисә уҙғарыла. Матур йолабыҙға әүерелгән был сарала уҡыусылар әҙиптең тормош һәм ижад юлына арнап гәзит сығара, альбом эшләй, викторина һорауҙарына яуап бирә, ғилми-эҙләнеү эштәрен яҡлай, әҫәрҙәрен тасуири уҡый, һүрәт төшөрә, инсценировка ҡуя. Гимназия директоры Зөлфиә Ғәлийәнова уны йылдан-йыл мауыҡтырғыс итеп үткәреү өсөн күп көс һала.
Был юлы ла асыҡ дәрестәр, кластан тыш тәрбиәүи саралар ҡаралғандан һуң, “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Яныбай Хамматовтың ауылдашы, Исмаҡай төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зифа Ҡужаҡова слайдтар аша яҙыусы һүрәтләгән ер-һыуҙар менән таныштырҙы, Яныбай Хамматов ижадын үҙ күргән эшҡыуар Радик Мәхмүтовтың йылдың төрлө миҙгелендә уҡыусыларға сәйәхәт ойоштороуын һөйләне.
Яҡташтары иҫтәлектәре, тәьҫораттары менән бүлеште. “Хамматов һабаҡтары”нда БДУ профессоры Мирас Иҙелбаевтың ҡатнашыуы байрамыбыҙға йәм өҫтәне. Педагогик практика уҙған студенттар ҙа сығыш яһаны.
Я. Хамматовтың яҡты рухына бағышлап үткәрелгән байрам уның әҫәрҙәре күңелдәребеҙҙә икәнен, күҙ нурҙары тамған яҙмаларының уҡыусылары өсөн йәдкәр булыуын тағы бер ҡат раҫланы.
Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА,
Белореттағы “Иҙел башы” яҙыусылар берләшмәһе рәйесе, башҡорт теле
һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.


Вернуться назад