Йоҡомһораған аҡыл һәм йөрәкте ҡуҙғытып ебәреүсе тылсымға эйә ул...
Һәр шәхестең үҙенә генә хас яҙмышы булған кеүек, Стәрлетамаҡ рус драма театрының ҡабатланмаҫ ижад юлы бар. Утыҙынсы йылдар аҙағында Белоретта барлыҡҡа килгән рус драма театры 1946 йылда Стәрлетамаҡта гастролдә йөрөгәндә даими эшкә ошо ҡалаға беркетелә. “Стәрлетамаҡ драма театры” исемен ала, ә труппаға элекке Белорет, Бөрө театрҙарының һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы эргәһендәге оперетта ансамбле хеҙмәткәрҙәре инә.
Бөгөн театр – Бөтә Союз һәм Бөтә Рәсәй смотрҙары дипломанты, төрлө фестивалдәр лауреаты, шул иҫәптән Чехословакия, Австрия сәхнәләрендә уңыш ҡаҙанды. Ошо ваҡыт эсендә Рәсәй һәм донъя драматургияһы мотивтары буйынса 600-ҙән ашыу сәхнә әҫәре ҡуйыла. Жанрҙар киң ҡоласлы: трагикомедия, трагедия, фарс-раунд, әкиәттәр, рок-притча һәм башҡалар.
Хәҙерге ваҡытта Мәскәү, Түбәнге Новгород, Орел, Санкт-Петербург ҡалаларынан оҫта, талантлы режиссерҙар әҫәрҙәр ҡуйыуға йыш йәлеп ителә. Коллективтың алыштырғыһыҙ ойоштороусыһы, етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Виктория Александровна Замесина классик театрҙың традицияларына тоғро, тәжрибәле өлкән быуын артистарын һәм эксперименттарға ҡыйыу тотонған дәртле йәштәрҙе бер усҡа туплай алған. Уңыш сере ниҙә икән?
– Виктория Александровна, һеҙҙең драма театры тураһында һүҙ сыҡҡанда ҡала чиновниктарының береһе “ул – беҙҙең ҡалабыҙҙың тынғыһыҙ йөрәге”, тип атағайны. Етмеш йылдан ашыу сәнәғәт ҡалаһының сәнғәт үҙәге булыу – үтә яуаплы бурыс. Ошо юғарылыҡты намыҫ менән даими тотоу, театрға һуҡмаҡтың өҙөлмәүе өсөн коллективҡа ниндәй булырға кәрәк?
– Театрҙы бөтә йөрәгең менән яратырға! Тамашасының күңеле бик һиҙгер бит, уны алдаштырыу мөмкин түгел. Ни өсөн беҙ, ҡайһы бер театрҙарҙағы кеүек, үҙебеҙҙә банкеттар, туйҙар үткәреүҙән, аҡса эшләүҙән баш тартҡанбыҙ? Театр бит ул ысын мәғәнәһендә сәнғәт һарайы, ғибәҙәтхана булырға тейеш. Тамашасы беҙгә буш ваҡытын уҙғарырға ғына түгел, донъя мәшәҡәттәренән арынып ял итергә, үҙен борсоған һорауҙарға яуап эҙләргә, күңелен яңыртырға тип килә. Театр ишек төбөнән, ҡунаҡсыл фойенан, алсаҡ йөҙҙәрҙән башлана. Һәр кем бында үҙен көтөп алынған ҡунаҡ итеп тойһон өсөн мөмкин булған бөтә уңайлыҡтарҙы булдырғанбыҙ.
– Ә тамашасы һеҙҙең ошо тырышлыҡты баһалай, күрә беләме?
– 350 урынлыҡ залыбыҙ һәр кис тамашасы менән тулы. Ижад һәм шиғриәт кисәләре гөрләп уҙа. Минеңсә, тамашасы һөйөүе тап ошондай аншлагтар менән үткән сараларҙа күренә лә инде. Беҙ бөгөн сәхнәлә үҙебеҙҙе борсоған, тулҡынландырған күренештәр тураһында һөйләргә теләйбеҙ. Бик күптәрҙе яҡшы яҡҡа үҙгәрткән һәм шуға күрә үтә мөһим тойолған пьесаларҙы уйнайбыҙ. Бер ниндәй өгөт-нәсихәтһеҙ, һәр кемгә аңлайышлы телдә – кеше күңеле телендә һөйләйбеҙ.
Яңы йылдың тылсымлы һулышын һиҙәһегеҙме? Һауала өйөрөлгән аҡ ҡар бөртөктәре, ҡаланы балҡытҡан байрам биҙәктәре, гирлянда, иллюминация... Барыбыҙ ҙа ошо осорҙа бала саҡтағылай мөғжизәгә ышанып, ҙур өмөттәр бағлап, өр-яңы Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнәбеҙ. Ҡыш бабайҙың байрам мәшәҡәттәре йырып сыҡҡыһыҙҙыр? Хәйер, беҙҙең хәстәрҙәребеҙ ҙә уныҡынан һис кәм түгел. Һәләтле артистарыбыҙ тамашасыларыбыҙҙы тылсымлы Яңы йыл әкиәттәре менән ҡыуандырыу өсөн ҡанатланып эшләй. Затлы, матур костюмдарыбыҙ ҙа оҡшар. Ынйылай ҡар бөртөктәре лә бер иш була алмағандай, бер-береһенә оҡшаш әкиәт сюжеттары ла юҡ. Был батшалыҡта бәхетһеҙҙәр, уҫалдар һәм кәмһетелгәндәрҙең булыуы мөмкин түгел, унда бары һөйөү йәшәй. Бала саҡ иленә ҡайтып әйләнгегеҙ килһә, беҙҙең театрға рәхим итегеҙ!
– Театр уттары балҡып торһон өсөн нимә мөһим?
– Труппала йәштәр артыу менән уларҙың ынтылышына, булмышына ярашлы репертуарҙы яңыртыу дөрөҫ юл булды. Хәҙерге заман драматургтарының пьесаларын сәхнәләштереү йәштәрҙе йәлеп итергә ҙур мөмкинлек бирҙе. Шуныһын да билдәләргә кәрәктер: үҙ өҫтөндә даими эшләгән алдынғы театр коллективында хеҙмәт хаҡының лайыҡлы булыуы мөһим. Ул яҡтан үпкәләрлек урын юҡ беҙҙә. Ғөмүмән, мәҙәниәт тормошо ҡайнап торған театр бер кемдә лә йәлләү тойғоһо тыуҙырырға тейеш түгел. Заманында уны ҡарғанылар, күрә алманылар, тыйҙылар, эҙәрлекләнеләр, сиркәүҙән айырҙылар, әммә һынауҙар, бәлә-ҡазалар уның тормошҡа һәләтлелеген һындыра алманы. Театр кешегә һәр саҡ кәрәк, ул бит тормош мәктәбе, иң боронғоһо, иң ғәжәбе һәм иң тәрән хис-тойғолоһо. Күңелде сафландырыусы, йоҡомһораған аҡыл һәм йөрәкте ҡуҙғытып ебәреүсе тылсымға эйә ул театр...