Ауыл сумған
ҡара, йәмһеҙ төнгә,
Бөтә халыҡ
тыныс йоҡола.
Ара-тирә
эттәр һау-һау
килеп
Өрәләр ҙә
тағы тын була.
Ауыл йоҡлай, ләкин ситендәге
Бәләкәс кенә бер өй йоҡламай,
Аҡ ҡарланып туңған тәҙрә аша
Йылт-йылт итеп зәғиф ут ҡарай.
Ни бар унда? Кемдәр?
Ни эшләйҙәр? —
Ярты төнгә ҡәҙәр ут яна.
Һыйлаймы әллә ҡунаҡ өй хужаһы,
Йоҡламайса йүгерә, төн ҡата?
Әллә бармы берәй ауырыу-фәлән,
Бәбкәһеме әллә сирләгән?
Ҡурҡынмаһын балам ҡараңғынан,
Типме шуға уты һүнмәгән?
Йөн иләйме әбей тулаға, тип,
Әллә бабай туғый сабата?
Әллә ҡомһоҙ ауыл кулактары
Самогонмы шунда ҡайната?
Карта уйнаймы әллә егет-елән?
Эсәләрме әллә, юғиһә?
Әллә ҡыҙҙар йыйылып кис ултыра,
Төн үткәнен, йырлап, һиҙмәйсә?
Юҡ, юҡ... Былар бер ҙә дөрөҫ түгел,
Юҡты уйлап шиккә төшмәгеҙ!
Ҡара ниндәй нәмә яҙған, тиеп,
Ҡыҫылмаһын юҡҡа сикәгеҙ!
Хәбәрсе ул унда. Хәбәр яҙа.
Эшкә сумған бөтөн көйөнсә,
Алып-биреп һырлай аҡ ҡағыҙҙы,
Төн уртаһын-ниен белмәйсә.
Өлгөртөргә кәрәк хәбәрҙәрҙе
Таң атҡансы яҙып булһа ла,
Иртән иртүк китер хаттар менән,
Өлгөртөргә кәрәк почтаға.
Ана шуға уның уты яна
Пелт-пелт кенә итеп булһа ла,
Ярты төндөң үтеп киткәненә
Әтәс күптән һөрән һалһа ла.
Ҡарай ҙа ул зәғиф лампаһына,
Көлөп ҡуя әҙерәк йылмайып:
“Барыбер, — ти,
— тиҙҙән бөтәсәкһең
Көсһөҙлөктә янып, оялып!”
Ут турында уның хәбәре лә,
Был ут түгел, ләкин башҡа ут,
Кооператив бөгөн ҡарар биргән:
Төҙөргә, тип өлкән бер завод.
Завод төҙөгәндә, шуға ҡушып
Ҙур-ҙур йорттар теҙеп һалырға.
Станция төҙөп шул урындан
Электрик уты алырға.
1921
Ярты быуатҡа яҡын ижади ғүмерендә төрлө жанрға ҡараған иллегә яҡын китап баҫтырып сығарған Ғариф Ғүмәр (1891 —1974) үткән быуаттың егерменсе йылдарында “Ҡыҙыл юл”, “Шәреҡ ярлылары”, “Урал”, “Башҡортостан”, “Яңы юл”, “Коммуна” гәзиттәре редакцияларында әҙәби хеҙмәткәр, яуаплы секретарь, мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. Бер нисә йыл “Һәнәк” журналының мөхәррире була. 1932—1933 йылдарҙа — “Крокодил” журналының Башҡортостан буйынса хәбәрсеһе.
Ғариф ҒҮМӘР