“Минең данлы Башҡортостаным!” поэмалар конкурсына килгән әҫәрҙәргә күҙәтеү.Башҡортостан халҡы республикабыҙ ойошторолоуға 100 йыл тулыуҙы байрам итергә йыйына. Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Мәҙәниәт министрлығы һәм “Ағиҙел” журналы менән берлектә иғлан ителгән “Минең данлы Башҡортостаным!” тип аталған поэмалар конкурсы ла республикабыҙҙың 100 йыллығына арналды һәм республика Башлығы Грантына тормошҡа ашырылды.
Көнүҙәк мәсьәләләр асыла“Минең данлы Башҡортостаным!” проекты – башҡорт әҙәбиәте тарихында поэмалар буйынса үткәрелгән тәүге конкурс. Ярыштың төп маҡсаты — башҡорт халҡының, Ватаныбыҙҙың тарихына, бөгөнгө проблемаларына иғтибарҙы арттырыу, милләт-ара татыулыҡты нығытыу, шулай уҡ поэма жанрын үҫтереү, йәш ижадсыларыбыҙҙы дәртләндереү.
Хәҙерге башҡорт поэмаһы – үҙендә төрлө башланғыстарҙы берләштергән, тормоштоң иң киҫкен поэтик миҙгелдәрен күрһәткән жанр. Үҙенә ул лириканы ла, эпосты ла, драматик һыҙаттарҙы ла ала. Шулай булмаһа, бер поэма менән генә лә тотош тамаша ойоштороп булыр инеме ни?
Поэмалар конкурсына барлығы 40 әҫәр ҡабул ителде. Авторҙар араһында билдәле шағирҙар ҙа, яңы ҡәләм тибрәтә башлағандар ҙа бар.
Ҡулъяҙмалар араһында жанрҙың бар талаптарына яуап биргән, лиро-эпик композицияһы, образлылығы менән һоҡландырған өс поэма шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итте: улар – Р. Бикбаевтың “Һуңғы төн”, Т. Ғәниеваның “Тәгәрмәс” һәм М. Ямалетдиновтың “Көҫәбикә” әҫәрҙәре.
Рауил Бикбаев “Һуңғы төн” поэмаһының башында уҡ әҫәрҙең бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың һәләк булыуына 100 йыл тулыуға, Башҡортостандың 100 йыллығына арналыуы хаҡында әйтеп үтә.
Төп герой – Шәйехзаданың Йылайыр уртаһындағы таш йорттан ҡасыу мөмкинлеге бар: әммә ул тыуған еренән, халҡынан башҡа йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай.
Күрә алмам атлар юлҡайымды,
Күҙем йәшле, донъя томан һымаҡ.
Йүгермәҫ ер арттан әсәй һымаҡ,
Атай һымаҡ көтмәҫ хәстәрләп.
Һуңғы ҡабат ерем ҡарар һынап,
Илем менән бергә һынһам һынам!
Заманыңдан да, халҡыңдан да ҡасып булмай тигән фекер поэманың сюжетына трагик мотивтарҙы өҫтәй. Бабичтың психологик һәм драматик кисерештәр тәрәнлегенә лирик геройҙың да ғазаплы уйланыуҙары ҡушыла:
Үтте ғазаплы көн.
Аҙаҡҡы төн.
Тоташырмы көнгә һуңғы төн?
Уҙған, бөгөнгө көн, киләсәк таң –
Буласаҡмы улар бер бөтөн?
Халҡым яҙмышында был быуындар
Хыял ғына булып беленерен,
Кем уйлаған ошо аҙаҡҡы төн
Милләтемдең ижад үҫешендә
Ҡара кәртә менән бүленерен?
Поэманың “Аҙанлы йорт”, “Йөҙлөк менән тыуған сабый”, “Китаптар ҡосағында”, “Пушкинды белеп ҡайтты” бүлектәрендә Ш. Бабичтың тормошо һүрәтләнһә лә, кешенең рухи һәм шәхси үҫешендә уны уратып алған мөхиттең роле кеүек бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған мәсьәләләр асыла. Әҫәр сюжетында Бабичтың яҙмышында эҙ ҡалдырған Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Зыя Камали кеүек данлыҡлы шәхестәрҙең исемдәре, “Ғәлиә” мәҙрәсәһе, Каруанһарай кеүек данлыҡлы мәҙәниәт һәм мәғариф усаҡтары быуат башындағы социаль-ижтимағи, әҙәби ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерергә ярҙам итә.
“Һуңғы төн” поэмаһының аҙағында:
Аҡмулланың үлгән йылы
Бабич тыуған йыл ине.
Бабич һәләк булған йыл
Мостай тыуған йыл ине.
Мостай Кәрим вафатында
Кем тыуҙы һуң? Кем тыуған? –
тигән юлдар үткән, бөгөнгө һәм киләсәк пландарын бәйләп ҡуя.
Төп идея нимәлә?Тамара Ғәниеваның “Тәгәрмәс” поэмаһы – тарихи-фәлсәфәүи поэма. Был әҫәр ҡайҙалыр тәрәндә, бик тәрәндә ойоп ятҡан тарихи үҙаңды, борондан килгән хәҡиҡәтте уятыу көсөнә эйә: бик боронғо халыҡ бит беҙ!
Башҡортостан илгә йөҙ йәш, тиме? –
Башҡортостан илгә – күп меңдәр.
Ана шуға Ер-Күк бәйләнешен
Зиһененә ҡартлас һеңдергән.
Әҫәрҙәге Һәүбән образы – дөйөмләштерелгән эпик-романтик образ: ул бик күп мәңгелек проблемаларҙы (фәлсәфәүи, тарихи, милли, мөхәббәт, һуғыш һ.б.) аса, ваҡыт пландарын бәйләй.
Бик тәрән йөкмәткеле метафорик-символик тәгәрмәс образы тарихты тулыһынса күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә:
Урала ер тәгәрмәскә,
Урала йылдар, юлдар.
Ҡояш нуры, йырҙар моңо
Күңелгә һыйынғандар.
Сикһеҙ тартыу көсөнә эйә аҫыл Урал, тәгәрмәстәй ҡала – Арҡайым… Тик ни өсөн изге төшөнсәләр һуғыштар аша яулана, ни өсөн шул тиклем ҡорбан? Ни өсөн “башҡорт иле – утрау тынғылыҡһыҙ, башҡорт иле – терелеү, ҡыйралыш” һуң ул? Ошо тетрәндергес мотивҡа ғаилә һәм тәбиғәт һиллеге, донъя именлеге ҡапма-ҡаршы ҡуйыла, поэма сюжетында романтизм һыҙаттары көсәйә.
Ә был тәгәрмәс-донъяны рух-сәкүшкә ҡөҙрәте тота. Шағирәнең әйтер һүҙе лә киләсәккә төбәлә, поэма асыҡ финал менән тамамлана:
Тәгәрмәс ныҡ әле. Бирешмәҫ ул,
Таймаһын тик өмөт, аң көсө.
Милли аңды әйтәм. Юғалтмаһаң,
Онотмаһаң ерҙә кемлегеңде,
Киләсәкле, тимәк. Һин – КЕШЕ!
Мәүлит Ямалетдиновтың “Көҫәбикә” әҫәре эпик поэмаларҙың бик һирәк осрай торған төрө – шиғри повесть формаһында ижад ителгән.
Сюжет үҙәгендә тарихтың иҫ китерлек фажиғәле биттәре (яуҙар, баш күтәреүҙәр, башҡорттарҙың ерҙәрен баҫып алыу, көсләп суҡындырыу һ.б.) урын ала. Ҡатмарлы, даулы осорҙа халыҡ араһында ил-ерен һаҡлап, йәнен-тәнен аямай көрәшкән көҫәпҡолдар ҙа, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртҡан Үтәғол кеүек “вирнай”ҙар ҙа бар...
Поэмала тарихи проблематика менән бергә социаль-әхлаҡи мәсьәләләр ҙә күрһәтелә: Көҫәбикәне Зиннәтулланан көнләшеп йөрөгән Менәүәрә карателдәр башлығына уның тураһында хөсөт һала, яу башлығы Көҫәпҡолдоң ҡыҙы булыуын ошаҡлай. Көҫәбикә Жуков тигән алпауытҡа ҡоллоҡҡа һатыла, көсләп суҡындырыла. Ләкин ҡыйыу ҡыҙ насрани динен тыштан ғына ҡабул итә, олатаһы һөйләгән Йәсир менән Сөмәйә хаҡындағы ҡиссаларҙы аңынан үткәреп, күңеле менән барыбер үҙ динендә ҡала. Һағышына түҙә алмайынса ике ҡабат ҡасып ҡайта ул тыуған яҡтарына. Икенсе ҡабат тотолғас, уны ислам диненә тоғро ҡалғаны өсөн Соймонов фарманы менән утта яндырыуға хөкөм итәләр.
Төп героиняның прототибы итеп Кисенбикә (исеме буйынса төрлө версиялар бар) Байрасова алынған. Тарихтағы бындай хаталар, фажиғәләр ҡабатланмаһын ине тигән идея үткәрелә әҫәрҙә.
Заман проблемаларыҒөмүмән, тарих һәм кеше бәйләнеше темаһы конкурсҡа килгән бик күп әҫәрҙәрҙә сағылыш таба. Гөлнур Яҡупованың “Шаңдау” әҫәрендә тарихи сәйәхәт алымы аша мәмерйәләге һүрәттәр заманынан башлап бөгөнгө көнгә тиклемге тарихи һәм ижтимағи-сәйәси ваҡиғалар һүрәтләнә, Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның “Аманат” поэмаһында символик образ – Ҡая телгә килеп үткәндәрҙе һөйләй, киләсәк быуынға аманат (телде, илде, ерҙе, тәбиғәтте һаҡлау) еткерә, Тимер Ниәтшиндың “Башҡорт кармаһы” әҫәрендә милләтте йәшәтеүсе изге төшөнсәләр, тарих менән ғорурланыу, шәхестәрҙе ололау кеүек сифаттарға өҫтөнлөк бирелә, бер нимәнең дә был донъяла эҙһеҙ булмауы, үҙ-ара бәйләнешенә баҫым яһала, Дилә Булгакованың “Дин әһеле”, “Эй, ғүмерҙәр” әҫәрҙәрендә иман, әхлаҡ хаҡында һүҙ бара.
Гөлназ Ҡотоеваның “Ҡот тамғаһы”, Гөлсирә Шафиҡованың “Себер” поэмалары репрессияға эләккән тетрәндергес яҙмышлы геройҙары, үҙ тарихыңды, нәҫел ебеңде онотмау, кешенең әҙәм күтәргеһеҙ ауырлыҡтарға ла бирешмәүе, быуындар бәйләнеше кеүек идея-проблемаларҙы күтәреүе менән иҫтә ҡала.
Фәнүзә Биктимерованың “Ил яҙмышы – ир иңендә...” әҫәрендә һуғыштың ҡот осҡос фажиғә булыуы, ғаиләгә ҡара ҡайғылар килтереүе бәйән ителә.
Тарихи тематика йыш ҡына легендалар сюжетына мөрәжәғәт итеүҙе (М. Ҡыҙрасова, “Ҡанифалар ҡайтыр юлдар бар”), шиғри хикәйәт алымдарын ҡулланыуҙы (З. Мурсиев, “Шишмә”, С. Тимерғәлиева, “Күк бүре”, Р. Ғәлимов, “Ете ырыу”) талап итә.
Күп кенә әҫәрҙәрҙә заман проблемаларын ҡыйыу күтәреү күҙәтелә: тарих һәм рух көсө (Л. Абдуллина, “Шағирәләр”, Р. Сөләймәнов, “Ҡош юлы”), сәйәси-ижтимағи мөхит, бөгөнгө ауылдың аяныслы хәле (Р. Сөләймәнов, “Туй көткәндә”, “Ҡабанлы”), мәғариф системаһындағы проблемалар (Р. Фәтҡуллина, “Мөғәллим”), туған тел, милли тәрбиә (М. Иҡсанов, “Өс яҙмыш”), ипотека, ҡомарлы уйындарҙың кеше яҙмыштарын боҙоуы (З. Бағышаева, “Ахмаҡлыҡтың юҡтыр сиктәре”) һәм башҡа әһәмиәтле темалар яҡтыртыла.
Был поэмалар барыһы ла, асылда, бөгөнгө кешенең әхлаҡи эҙләнеүҙәрен, тормошҡа ҡараштарын, дәүерҙең үткер социаль мәсьәләләрен сағылдыра. Ысынбарлыҡты поэтиклаштырыуҙа төрлө яңы алымдарға ынтылыш күҙәтелеүе лә – ыңғай күренеш.
Әйтәйек, Лариса Абдуллинаның “Шағирәләр” әҫәре поэмаларҙың бик үҙенсәлекле төрө – “бәләкәй поэма” жанр формаһына яҡын. Лирик геройҙың кисерештәрен, күңел торошоноң төрлө хәлдәрен, ваҡиғаларға ҡарашын “өҙөк-өҙөк” сюжет аша биреү психологик монолог композицияһын ала.
Шағир яҙмыштарын аң-зиһене аша үткәргән лирик героиняның йөрәге әрней:
Саф шиғриәт менән йәшәү бит был!
Шиғыр менән генә тын алыу.
Сираттарҙа үлеп ҡалыу шунда,
Сираттарҙа ҡабат яралыу.
[…]
Ялбыр эттәр һаман хәтеремдә,
Сатраш күктәрҙә лә Ай балҡый.
Бында һин кем?
Хатта эттәрҙән кәм –
Ҡәҙерлерәк бында төпсөк ҡый.
Шағирҙарҙың иҫкәртеүҙәрен, “ҡайын, йырсы йүкә телдәрендә” яҙған табаҡ-табаҡ хаттарын ил-халыҡтың үҙ ваҡытында ишетмәүе, намыҫһыҙлыҡтың алға сығыуы кеүек фекерҙәр әҫәрҙең драматизмын көсәйтә.
Туҡайҙы һеҙ, эйе, белгәнһегеҙ!
Шундай уҡ зат бар – Шәйехзада!
Уның менән шанлы уҙған быуат,
Милләтемдең ҡаны саф, таҙа.
Тағы бер зат – алтмышынсыларҙан...
Ғүмер юлы уның – намыҫ, сәм.
Һүҙ сәнғәте тигән асмандарҙа
Балҡый Рәми атлы бер үлсәм!
Илһөйәрлек, фиҙакәрлек тойғолары менән һуғарылған эпик проблематика уҡыусы аңында дауам итә һәм уйландыра.
Рухи асылыңды һаҡлаРита Фәтҡуллинаның “Мөғәллим” поэмаһы иң тәүҙә форма яңылығына ынтылышы менән иғтибарҙы йәлеп итә: “Кисәге һәм бөгөнгө көн”, “Иртәгәһе көн” тигән ике ҙур бүлек дәрестәр, класта эш, өйгә эш, имтихан кеүек бүлексәләргә бүленә. Проблематика күп яҡлы: туған тел, милли тәрбиә мәсьәләләре, шәхестең үҙаңын үҫтереүҙәге хаталар, уҡытыусы роленең бәҫе төшөүе, мәғариф системаһындағы заман тыуҙырған ҡаршылыҡтар һ.б. урын ала.
Мөғәллимдәренән яҙған ҡәүем
Зыялыларынан яҙыр, бел!
Киләһе сик квадрат планеталар,
Робот-кеше, робот-халыҡ, ил.
Рухи асылыңды һаҡлау, тарихи тамырҙарыңды, шәжәрәңде, туған телеңде белеү, халҡың өсөн кәрәкле кеше булыу кеүек мотивтар әҫәрҙең буйынан-буйына үҫтерелә.
Ринат Сөләймәновтың “Ҡабанлы” әҫәре көнүҙәк проблемаларҙың береһе – бөгөнгө милләт яҙмышы темаһын күтәрә. Социаль проблематика (сәйәси ваҡиғалар, ассимиляция, ҡатнаш ғаиләләр, бөгөнгө ауылдың хәле, замандаш башҡорттоң әхлаҡи йөҙө һ.б.) кинәйә, үткер шарждар, сатирик алымдар аша ла асыла:
Сусҡаһын да һыйланыҡ,
Бәшмәген дә тоҙланыҡ,
Ҡандар бөттө буталып,
Телем бөттө тоҙланып.
Ҡымыҙҙы алыштырҙыҡ
Һыраға һәм хәмергә,
Ҡурайҙы – тәмәкегә.
Хәмер тотоп,
Төтөн йотоп
Йөрөйбөҙ ауа-түнә.
Лирик геройҙың Ҡабанлы тауында йәшәгән бүре тауышында Бейеш батырҙар ауазын ишетеүе, бала сағы үткән тыуған ауылына әсенеп һәм һыҙланып бағыуы уҡыусыны киләсәк хаҡында уйланырға мәжбүр итә…
“Минең данлы Башҡортостаным” конкурсында беренсе урын Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа бирелде. Икенсе урынға Тамара Ғәниева һәм Мәүлит Ямалетдинов сыҡты. Өсөнсө урынды Лариса Абдуллина, Рита Фәтҡуллина, Ринат Сөләймәнов уртаҡлашты. Мөнир Иҡсановҡа дәртләндереү призы тапшырылды.
Ижади конкурстарҙа, ғәҙәттә, еңелеүселәр булмай. Шуға ла ҡулдарына ҡәләм алып поэма яҙған барлыҡ ҡатнашыусыларға ла ҙур рәхмәт. Илһамлы осоштар, яңы уңыштар юлдаш булһын киләсәктә! Ҡыҫҡа ғына арауыҡта дүрт тиҫтә поэтик әҫәр яҙыуға этәргес биреп, айырыуса йәш ижадсыларҙы дәртләндерҙе ошондай матур сараны ойоштороусылар.