Башҡорт ярлыларының үҙ әҙәбиәттәре, үҙ телдәре менән аң-белемгә ынтылып, “Башҡортостан” газетаһы менән пролетариат матбуғатына сығыуҙарына бөгөн теүәл биш йыл тулды.
Бына был биш йыллыҡ эш, башҡорт ярлыларының батшалар миҙгелендә йөҙ йылдар буйынса рус түрәләре һәм башҡорттоң ваҡ буржуалары ҡул аҫтында тарихи иҙелеп килгәнлектәрен асыҡ күрһәтеп, башҡорт ярлыларына көтөлмәгән дәрәжәлә аң-белем бирҙе. Йөҙ йылдар буйынса үҙ телдәре менән рәхәтләнеп бер һүҙ һөйләргә һәм үҙенең моң-зарҙарын аңлатырға мохтаж булған башҡорт ярлылары “Башҡортостан” газетаһының ғәмәли эштәре менән барыһынан да айырылды. Совет хадимдәре1 менән үҙенең әсә телендә һөйләшеп, аңлашып, үҙенең әсә телендә эш йөрөтә башланы.
Ҡыҫҡаһы, “Башҡортостан” газетаһы башҡорт телен хөкүмәт теле итеп үткәреүгә берҙән-бер һәм көслө аппарат булды.
Ошоноң өсөн дә һөйөклө “Башҡортостан” газетаһының башҡорт ярлыларына хоҡуҡтарын алырға батырҙарса эшләгән биш йыллыҡ хеҙмәтенә ысын күңелдән рәхмәт әйтеп, башҡорт телен ғәмәлгә ҡуйыу мәркәз комиссияһы шанлы2 байрам менән “Башҡортостан”ды тәбрик итә һәм киләсәктә лә башҡорт ярлыларына батырҙарса хеҙмәт итеүенә ышанып:
Йәшәһен башҡорт ярлыларының көҙгөһө булған “Башҡортостан” газетаһы, ти.
Башҡорт телен тормошҡа үткәреү комиссияһының рәисе: Ш. Х о ҙ а й б и р ҙ и н.
Мәҡәлә “Башҡортостан” гәзитенең 1924 йылдың 22 авгусында сыҡҡан 136-сы һанында баҫылған. Был көндө “Башҡортостан” гәзитенең биш йыллыҡ юбилейы үткәрелгән. Был уңай менән яҙылған мәҡәләнең аҫтына автор “Башҡорт телен тормошҡа үткәреү комиссияһының рәисе Ш. Хоҙайбирҙин” тип ҡул ҡуйған. “Башҡортостан” гәзитенең редакцияһы был юбилейға бағышлаған һандың беренсе битендә Шәһит Хоҙайбирҙиндың ҙур һүрәтен баҫып сығарған. Һүрәттең аҫтына “Башҡортостан” газетаһының редколлегия ағзаһы Шәһит иптәш Хоҙайбирҙин” тип яҙылған.
“Башҡортостан”дың биш йыллыҡ тантанаһы мөнәсәбәте менән“Башҡортостан” — хөкүмәттең берҙән-бер органы. Уның хөкүмәткә ярҙамы күп тейҙе. Элек башҡорт матбуғаты юҡ ине.
“Башҡортостан” — башҡорттоң беренсе матбуғаты. Башҡорт эшсәндәренә синфи тәрбиә бирҙе. Ярлыларыбыҙҙы тоғро юлға алып бара: крәҫтиән тормошон төҙәтеү, хөкүмәт ҡанундары менән таныштырыу юлында хеҙмәттәре күп булды. Бығаса “Башҡортостан” мең мәшәҡәт эсендә бары һиммәте3 арҡаһында йәшәп килде. Хәҙер илдең иҡтисади хәле төҙәлә. Ошо сәбәпле матбуғатҡа ярҙам итеп, уны ныҡ аяҡҡа ҡуйҙырыу — өҫтөбөҙҙә бурыс.
1924
“Башҡортостан” гәзитенең 1924 йылдың 22 авгусында сыҡҡан 137-се һанында баҫылған.
—————
1Хадим — хеҙмәткәр.
2Шанлы — урынлы, хаҡлы, ҡәҙерле.
3Һиммәт — йөрәклелек, ғәйрәтлелек, ажарлыҡ.
Шәһит ХОҘАЙБИРҘИН