Асылыкүл! Һинең асылдарың ниҙә икән?23.05.2012
Асылыкүл! Һинең асылдарың
Ниҙә икән? Аңлап булһасы!
Ҡырҡ йыл уҙғас, һинең тарафтарға
Килтерҙе бит тормош-ҡуласа.
Көтмәгән дә инем, тағы ла бер
Килермен тип һинең ярыңа.
Заман еле һуҡҡан, ҡаҡҡылаған,
Күнегелгән инде бар(ы)һына.
Донъя күргән олпат ханым булып,
Бағып торам һинең көҙгөңә.
Йыу һыуҙарың менән заман саңын,
Йәшәреп тә китһен йөҙгөнәм.
Һыуһылыуҙың алтын тарағын бир,
Сәстәремде ултырып тарайым.
Заятүләк көтөп тормаймы икән,
Мөхәббәтен һағынып, һарғайып?
Йәшлек кире килмәҫ, тигән кеүек,
Аҡсарлаҡтар ҡанат елпене.
Асылыкүл! Үткәндәргә ҡайтар,
Бүләк итсе бары бер көндө!
* * *
Кем ял итә Ҡырым, Ҡара диңгеҙ,
Кем ял итә Мальдив ярында.
Миңә ҡалһа, яҡын Башҡортостан,
Рәхәтләнәм тыуған яғымда.
Ал таң менән ҡояш битем үбә,
Әсәйемдәй наҙлап иркәләй.
Ниндәй хозур, ниндәй илаһиҙар
Асылыкүлдә тыуған иртәләр!
Яр ситенә тиклем итәгемә
Йәбешеп бара ғәжәп сәскәләр.
Хуш еҫ бөркә йүкә ағастары,
Ысыҡтары нурҙар сәсәләр.
Күл өҫтөнә көмөш юлаҡ һалып,
Ҡарпый балыҡ, йөҙә пар аҡҡош.
Оркестрың хатта кәрәк түгел,
Симфония уйнай күпме ҡош.
Дирижеры уның — аҡсарлаҡтыр,
Кәйелдереп нәфис ҡанатын,
Оноттороп донъя мәшәҡәтен,
Бар кешене үҙенә ҡаратыр.
Был хозурлыҡ бында ғына, тиһәм,
Ҡаршы сығыр әле ғәм халыҡ.
Зиннәттәрен өйөп ҡуйһалар ҙа,
Тыуған ергә еткән урын юҡ!
Йәй уртаһы
Йүкәләрҙән бал тамдырған,
Әй, илаһи мәл!
Күңелдән моң урғылдырған,
Әй, илһамлы мәл!
Йәй уртаһы. Бесән мәле,
Еләкле аҡлан.
Сәскә ҡыҙҙары ҡаршылай
Кейенеп аҡтан.
Зәңгәр, алһыу күлдәктәрҙә, —
Әллә бер байрам!
Йәй тантана итә бөгөн,
Тота ул майҙан.
Ҡоштар гармун һуҙа көн-төн,
Нисек арымай!
Тыныс ултырырмын, тимә,
Эшһеҙ — ярамай!
Баҫыуҙарҙа мул игендәр
Өлгөрөп еткән.
Ҡырҙарымда комбайндар
Хакимлыҡ итә.
Ҡыҙған сағы һәр бер эштең,
Һуңлаған — уңмаҫ.
Үтеп китер йәй көндәре,
Тотоп та булмаҫ.
* * *
Еләклектәр тапалдымы икән?
Сәскәлектәр бөткән йәнселеп.
Ҡәҙерлеме ятҡан тыуған ерең,
Китмәҫме һуң барыһы сәнселеп!
Ят бауырҙар хужа урмандарға,
Һыу буйҙарын ҡамап алғандар.
Элек еләк йыйған аҡландарға
Инеп булмай — кәртә һалғандар.
Ҡырсынды ла улар ситкә һата,
Ҡара ерҙе йырта умырып.
Ерең менән киләсәгең китә, —
Хәлең юҡмы шуны аңларлыҡ?!
Өлөшһөҙ бит ҡала бала-сағаң,
Ейәндәрең ҡайҙа һыйыныр?
Уларҙы ла һатып ебәрерҙәр...
Сит бауырға былар — барыбер.
...Йә, Хоҙайым, гонаһ шомлоғона
Нисек кенә түҙеп тораһың?
Үҙен яҡламаған әҙәмдәрҙән
Һин дә, ахыры, йөҙөң бораһың.
Иртә әле
Яҡташым Закир Бикбулатовҡа
Гел йәш кенә булыр кеүек инек,
Ярһыу аттай янып йәшәлде.
Беҙ йөрөгән урам, һуҡмаҡтарға
Көҙ һап-һары келәм түшәне.
“Гел ярһыма әле! Тыныс ҡына
Йомшаҡ келәмдәрҙән атла”,— ти.
“Аҡбуҙатың бикләп һарайҙарға,
Йыуаш ҡына атҡа атлан”, — ти.
Булмышым бит
— тыныс йәшәү түгел,
Барыһына кәрәк өлгөрөү.
Саҡыралар мине яңы үрҙәр,
Бер үтәйем әле елдереп.
Йомшаҡ, хәтфә юлдар һайламайым,
Булыр улар ауыр, кәртәле.
Ҡосағына инәм дауылдарҙың,
Тынысланыр өсөн иртә әле!
Мәрйәм КҮСМӘЕВА.