Нәзәкәтле, нәфис Нәзифә05.12.2018
Башҡортостандан Нәзифә Иҫәнбаева “Санкт-Петербургтың милли һылыуҡайы” халыҡ-ара конкурсында “Мисс Нәзәкәтлек” исемен яуланы. Был конкурс тәүгә үткәрелде.

Финалда абхаз, әрмән, башҡорт, бүрәт, грузин, дағстан, осетин, төркмән милләтенән һигеҙ ҡыҙ ҡатнашты. Уларға ете этапта һынау тоторға тура килде: cәхнәлә милли кейемдәрҙә уҙыу, ижади бәйге, киске күлдәктәрҙә йөрөү, заманса бейеү... Ижади конкурста Нәфисә ҡала башҡорттары ярҙамында “Килен төшөрөү” һәм “Һыу юлы” тигән милли туй йолаларын күрһәтте.


Вернуться назад