Музейҙағы төн...22.05.2012
Музейҙағы төн...Америка режиссеры Шон Левиҙың "Музейҙағы төн" фильмында төп герой музейға һаҡсы булып урынлаша. Төн етһә, унда төрлө хикмәтле хәлдәр башлана: әйберҙәр урынынан ҡуҙғала, экспонаттар "терелә"... Баш ҡалала үткән "Музейҙар төнө-2012" акцияһы ла өфөләргә ошо кинолағы ише тәьҫораттар бүләк итте — халыҡ таңға тиклем экспонаттар менән танышты, улар менән фотоға төштө, музей хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән мауыҡтырғыс сараларҙа ҡатнашты. Төнгө музейҙарҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡараны. Республика башлығы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында, Республика Хәрби Дан музейында, "Мираҫ" сәнғәт галереяһында, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында, М.В. Нестеров исемендәге художество музейында булды.
— Бөгөн илдә һәм бөтә донъяла "Музейҙар төнө" тип аталған ҡыҙыҡлы ваҡиға бара. Был көндөҙ ҙә, кисен дә, хатта төнөн дә донъяның барлыҡ музейҙары асыҡ тигән һүҙ. Теләге булған һәр кем акция барышында йәне теләгән музейға бушлай "сәйәхәт" ҡыла ала. Мин дә, киске ваҡытымды, бәлки, бер нисә төнгө сәғәтемде лә, Өфө музейҙарын ҡарап сығыуға бүлергә булдым. Беҙҙә бихисап хазина коллекциялары, сәнғәт, ҡул эштәре һәм башҡа бай экспонаттар тупланған музейҙар эшләй. Шуға күрә бөгөн барығыҙҙы ла музейҙарҙы йөрөп сығырға саҡырам. Транспорт мәсьәләһе буйынса борсолаһы түгел, махсус автобустар йөрөйәсәк. Матурлыҡ мөхитенә сорналып, тарих, үткәндәр һәм киләсәк солғанышында булып, бер көн эсендә бер нисә айға етерлек дәрт алырға була, — тине республика башлығы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейына килеүселәргә мөрәжәғәт итеп.
Ғөмүмән, музейға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың килеүе сараның мәртәбәһен дә, бәҫен дә арттырҙы. Рөстәм Зәки улы экспонаттарҙы ҡараны, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы менән танышты. "1-се башҡорт атлы полкы" хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов республика башлығына 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығы уңайынан ижад ителгән "Любезники-любизар" исемле китабын бүләк итте.
Республиканың Хәрби Дан музейынан да халыҡ таңға тиклем өҙөлмәне. Музей алдындағы майҙанда самбо оҫталарының көрәшен, урта быуат рыцарҙарының, Рәсәй армияһының үткәненә бағышланған сәхнә күренештәрен, башҡорт ғәскәрҙәренең һуғыш алымдарын ҡарарға мөмкин ине. Айырыуса Рәсәй Эске эштәр министрлығы ғәскәрҙәренең махсус тәғәйенләнештәге 29-сы отряды егеттәре әҙерләгән сығыштар барыһын да таң ҡалдырҙы. Шулай уҡ "Александр Невский", "Рейд", "190-сы йәйәүле Очаков полкы", "Төньяҡ амурҙары", "Өфө йәйәүле полкы" клубтары ла мауыҡтырғыс программа күрһәтте. "Тере хәтер" акцияһы өҫтәле эргәһенән дә халыҡ өҙөлмәне. Һәр кем һуғышта үлгән йәки хәбәрһеҙ юғалған туғаны хаҡында мәғлүмәт алырға теләне. Ир-егеттәрҙе иһә мылтыҡтар күргәҙмәһе йәлеп итте. Балалар өсөн спорт майҙансыҡтары булдырылғайны.
"Музейҙар төнө" йәнле үтте. Ул гүйә халыҡты үткәндәргә яҡынайтты, тарих менән киләсәкте осраштырҙы. Иң мөһиме — берәү ҙә битараф ҡалманы: һәр кем күңелле ял итте, фәһем алды, белемен арттырҙы, атай-олатайҙарын иҫкә алды.
Илмира ҠОЛБАХТИНА,
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА.


Вернуться назад