Мәшһүр оҫта иҫтәлегенә05.12.2018

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә мәшһүр балетмейстер, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Хашим Мостаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең “Ғүмерлек бейеү” концертында булды.


“Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән сара программаһына Хашим Мостаев ҡуйған һәм ансамблдең ижади коллективы тарафынан тергеҙелгән бейеүҙәр инде. Улар иҫәбендә “Ирәндек”, “Азамат”, “Ҡумыҙ менән бейеү”, “Сәскә атҡан ҡурай”, “Беләҙектәр сыңы”, “Француз яулыҡ”, “Бөрйән ҡыҙҙары” һәм башҡалар бар ине.




Вернуться назад