Илаһи моң ҡалды, үҙе киткәс...04.12.2018

Мәләүездәр данлыҡлы яҡташын иҫкә алды.

“Нисек яҙҙы – шулай йәшәне” тигән уның хаҡында Ирек Кинйәбулатов. Шағир, журналист, ҡурайсы, көрәшсе Ғәли Ильясовтың бар бөйөклөгө – уның эскерһеҙлегендә, ихласлығында, ғәҙеллек яҡлы булыуында. Бынан 44 йыл элек донъя ҡуйыуына ҡарамаҫтан, ул һаман да халҡы хәтерендә йәшәй. Ошо көндәрҙә Мәләүез ҡалаһы мәҙәниәт һарайында уның тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы ҙур сара үтеүе – быға дәлил.
Ғәли Ильясовтың хеҙмәте “Башҡортостан” гәзите өсөн дә үтә ҡәҙерле – ул “Совет Башҡортостаны” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән.

Тормош шулай ҡоролған – яҡтыраҡ янған йондоҙ иртә атылған кеүек, һоҡланғыс шәхестәрҙең иртә китеүен, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш күҙәтергә тура килә. Ғәли Ильясов та ни бары 35 йыл йәшәй, әммә ошо ҡыҫҡа ваҡыт арауығында үҙе артынан яҡты эҙ ҡалдырырға өлгөрә. Бар яҡтан да дан килә ул: шиғырҙар яҙа, үткер ҡәләмле журналист булып таныла, ҡурайҙа уйнай, көрәш буйынса һабантуйҙарҙа бил бирмәй, Башҡортостан чемпионы исеменә лайыҡ була, күркәм ғаилә ҡорорға ла өлгөрә. Тап ғаиләһе, атап әйткәндә, һөйөклө ҡатыны Шәрифә, ҡыҙҙары Йәмилә, Сәлимә, Сәйҙә Ғәли Ильясовтың һынын мәңгеләштереүгә оло көс һала. Был хәтер кисәһе лә – уларҙың хеҙмәт емеше.

Сара Ғәли Ильясов башҡары­уында башҡорт халҡының гимны “Урал” яңғыраған аудиояҙма менән башланып китте. Был осраҡлы түгел, ул шағир булараҡ ғүмере буйына Уралына мәҙхиә йырлай.

Алып барыусылар – шәхестең ҡыҙы, Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисы Сәйҙә Ильясова һәм Күмертау ҡала мәҙәниәт һарайы солисы Револ Мөхәмәтшин Ғәли Ильясовтың ҡыҫҡа, әммә сағыу тормош менән йәшәүен билдәләп үткәс, сәхнәгә Мәләүез районы советы секретары Лилиә Зиннур ҡыҙы Һөйәрғолова күтәрелде.

– Төп маҡсатыбыҙ – төрлө яҡтан үҫешкән шәхес тәрбиәләү. Был уңайҙан тап Ғәли Ильясовтың өлгө булып тороуының үҙенсәлеге шунда: ул хатта һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ла бар яҡтан да үҫешә алған. Яҡташыбыҙ типһә тимер өҙөрлөк сағында донъя ҡуйҙы, ә тағы күпме эш ҡылырға өлгөрөр ине... Шуныһы ҡыуаныслы – унан һуң һәләтле ҡыҙҙары ҡалған. Йәш быуынға тап ошондай кешеләрҙән өлгө алып үҫеүҙәрен теләр инем, – тине ул.

Күптән түгел Мәләүез районында һәм ҡалаһында мәктәп уҡыу­сылары араһында Ғәли Ильясов­тың шиғырҙарын яттан һөйләү бәйгеһе уҙған. Уның ҡатнашыусы­лары, еңеүселәре сара дауамында үҙ сығыштары менән ҡыуандырҙы. Бельский ауылынан Айрат Миңле­йәровтың, Мәләүез ҡалаһынан иң бәләкәй ҡатнашыусы Азалия Шә­рипова­ның, шағирҙың тыуған ауылы Әбеттән Шамил Бикташев­тарҙың шиғыр һөйләү оҫталыҡта­рына һоҡланмау мөмкин түгел.

“Таллы” фольклор ансамбле Ғәли Ильясовтың тормош юлына арнап, “Нөгөш буйында” музыкаль композицияһын сәхнәгә сығарҙы, апай-ағайҙар йырланы ла, бейене лә, шиғыр ҙа һөйләне.

– Мәғариф системаһының төп бурысы – киләсәк быуында илһө­йәр­лек тәрбиәләү. Был йәһәттән ошондай саралар, шиғыр һөйләү бәйгеләренең әһәмиәте бик ҙур, – тине үҙ сығышында мәғариф идаралығы башлығы урынбаҫары Эльза Хужахмәтова.

Өфөнән килгән ҡунаҡтарҙы айырыуса йылы ҡаршыланы Мәләүез халҡы. Рәсәйҙең һәм Башҡортос­тандың атҡаҙанған йырсыһы Флүрә Килдейәрованы кинәнеп тыңланы. Мәктәп уҡыусыһы Рима Ғәбдрә­шитова күңелдәргә үтеп инерлек, тасуири итеп шағир, ғалим Фәнил Күзбәковтың Ғәли Ильясовҡа арналған шиғырын һөйләгәс, һүҙ Фәнил Тимерйән улының үҙенә бирелде.

– Иҫәндәр, тереләр осрашып тора. Бөгөн беҙҙе Ғәли Ильясов рухы осраштырҙы. Ул арҙаҡлы шәхестәрҙең береһе ине. Яҡшы кешеләрҙе уларҙың үлеменән һуң ун йыл үткәс тә онотмайҙар, Ғәли Ильясовты, вафатына 40 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, иҫкә алы­уыбыҙ күп нәмә хаҡында һөйләй.
Ул тәү сиратта шағир ине. Шағирлыҡ шиғыр яҙыуҙан ғына тормай, ул тормошҡа мөнәсәбәттә сағыла. Мәрхүмдәр хаҡында бер генә кеше иҫләһә лә, тимәк, улар йәшәй. Ә беҙ, Ғәли Ильясовты хәтерләп, тулы бер зал булып ултырабыҙ. Ул әле лә беҙҙең менән бергә һымаҡ, – тине Фәнил Тимерйән улы һәм яҡташына тағы бер шиғыр арнаны.

Ҡыҙҙар атайҙарына ҡарап тормош иптәше һайлай, тигән ҡараш йәшәй халыҡта. Дөрөҫтөр, юғиһә Ғәли Ильясовтың оло ҡыҙы Йәмиләнең хәләле – билдәле йырсы, “Ант” төркөмө солисы Алмас Ғафаров, ә Сәйҙә Ильясо­ваның тормош иптәше һәләтле ҡурайсы, республика конкурстары лауреаты Жәүәт Килдейәров икәнлеген тағы нисек аңлатырға?

– Ҡайҙа барһа ла, үҙе менән ҡурай алып бара, уны бүләк итеп тарата, – тине Жәүәт Килдейәров хаҡында Сәйҙә Ильясова, һәм моңло пар сәхнәнән башҡорт ха­лыҡ йыры “Һандуғас”ты яңғыратты.

Ғәли Ильясовтың ейәне, бил­дәле композитор Искәндәр Ғафа­ров атаһы Алмас Ғафаров менән шулай уҡ кисәгә йәм өрҙө: төрлө көйҙәрҙән попурри уйнаған ҡурай моңдарына синтезатор ҡушылды, Алмас Ғафаров Ғәли Ильясовтың шиғырына үҙе көй яҙған йыры менән уртаҡлашты.

Саҡырылған, сығыш яһаған ҡунаҡтар араһында тағы Ғәли Ильясовтың шиғырҙарына тулы бер вокал циклы яҙған композитор Айһылыу Сәлмәнова, шәхескә поэма арнаған һәүәҫкәр шағир, сәсән Рәфҡәт Айытҡолов, “Көнгәк” гәзитенең элекке баш мөхәррире Сәйфулла Әмиров, шағир Тимер Ниәтшин бар ине. Улар барыһы ла шәхескә бәйле йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты, уның изге эштәрен билдәләне, данын халыҡ араһына сығарған ҡатыны Шәрифә Ильясоваға оло рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.

Күмертау ҡала мәҙәниәт һарайы йырсылары Револ Мөхәмәтшин һәм Динар Халиҡов, Ғәли Илья­совтың ейәнсәрҙәре Дилбәр менән Ғәлиә тамашасыға йыр-моңдарын бүләк итте.

Сара һуңында сәхнәгә Ғәли Ильясовтың яҡындары күтәрелде.
– Рәми Ғарипов беҙгә йыш килер ине, Ғәлигә тап ул “ысын шағир бит һин” тине, – тине ҡатыны Шәрифә апай.

Бер туған ҡустыһы Әхмәр Ильясов ағаһының шағир, журналист, моң эйәһе генә түгел, баһадир көрәшсе булғанын да иҫкә алды:
– Һабантуйҙарҙа абруйлы кө­рәш­селәргә тәғәйенләнгән айырым урындарға мине лә етәкләп алып барып ултыртыр ине, уға кесе йәштән һоҡланып, ғорурланып үҫтем, – тине ул.

Һағышлы, шул уҡ ваҡытта кү­ңелле байрам булып иҫтә ҡалды Ғәли Ильясовтың хәтер кисәһе. Бындай саҡтарҙа шиғри күңел менән нисек сыҙамаҡ кәрәк, миндә лә ирекһеҙҙән олуғ шәхескә арнап шиғыр юлдары яралды:
Илаһи моң ҡалды, үҙе киткәс.
Мәңге тынмаҫ, йәшәр
ҡәләмендә.
Йәшәр шиғыр юлы, ҡурай йыры
Булып иҫкән елдәр – сәләмендә.

Был моң быуаттарҙы иңләр.
Тик юғалмаҫ.
Ул шаңдауы сикһеҙ
мәңгелектең.
Күңел ҡылын сиртер,
бөйөклөккә әйҙәр
Һәр йән эйәһен ошо
тереклектең.

Илаһи моң ишетелә, ана...
Үткәндәрҙән килгән хәтерме
был,
Яҡындарының һағыныу
хисеме?
Тарих үҙе уйып яҙған ташҡа
Моңло шағир, тигән исемен.


Вернуться назад