Октябрьскийҙа Республика ҡурай байрамы тамамланды. Өфөнән Венер Йылҡыбаев ижади бәйгелә еңеүсе исемен яулап, ВАЗ-2107 автомобиленә эйә булды.
“Ансамблдәр” категорияһында 16 йәштән өлкәнерәктәр төркөмөндә Салауат ҡалаһынан “Төньяҡ амурҙары” коллективы, 16 йәштән кесерәктәр төркөмөндә Сибайҙан “Ирәндек” ансамбле беренсе урын яуланы. Яңғыҙ башҡарыусылар араһында Туймазынан Альберт Лотфуллин һәм Благовещендан Айнур Назаров иң яҡшыһы тип танылды.
ХII Республика ҡурай байрамы мәшһүр йырсы, фольклорсы, ҡурай буйынса тәүге профессиональ уҡытыусы Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды.
Әйткәндәй, сараға республика ҡала һәм райондарынан 263 ҡурайсы килгән. Йола буйынса ул 18 майҙа “Бәйге” ҡурайсылар конкурсынан башланды, икенсе көндө ҡаланың үҙәк майҙанында театрлаштырылған тамаша рәүешендә дауам итте.
Л. ДӘҮЛИЕВА.