“Яблонька” ғаилә ансамбле төрлө байрамдарҙа ҡатнаша.“Матур ғаилә – ил күрке” тигән әйтемде йыш ишеткәнем бар. Эргә-тирәбеҙгә күҙ һалайыҡ әле. Кемде осратырбыҙ тиһегеҙме? Һәммәбеҙҙе үҙ артынан әйҙәгән, айырыуса балалары өсөн өҙөлөп торған күркәм ғаиләләр бихисап. Улар эштә лә алдынғы, өйҙә лә тырыш. Шундай уңғандарҙың береһе – “Өлгө ал” республика конкурсында ҡатнашҡан Бәләбәй ҡалаһы үҙәк мәҙәниәт һарайының рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры дирижеры Павел Крылов менән күрештек. Әйткәндәй, биш балаға ғүмер бүләк иткән Зинаида менән Павел Крыловтар “Ата-әсә даны” ордены менән дә бүләкләнгән.
– Конкурстың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, һәр ғаилә алтын бөртөгөнә тиң, – тип башланы һүҙен Павел Николаевич. – Өфөнән Зәйнетдиновтар менән танышыу бәхетенә өлгәштем, мәшһүр ҡумыҙсының ҡулын ҡыҫыу үҙе ни тора! Бәйге тураһында уйламай ҙа инек, туғандарҙың кәңәшен тотоп, унда ҡатнашырға йөрьәт иттек. Форсаттан файҙаланып, беҙҙең өсөн тауыш биргәндәрҙең барыһына ла ғаиләм исеменән оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.
“Реченька” рус халыҡ йырҙары ансамбле етәксеһе “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән ҡатыным Зинаида Тимофеевна ла, шәхсән үҙем дә сәнғәткә мөкиббән ғашиҡ булғас, улдарыбыҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәре лә һиҙмәҫтән серле мәҙәниәт донъяһына ылыҡты. Теләктәренә һис кенә лә ҡаршы килмәнек, киләсәктә артист һөнәрен һайламаһалар ҙа, йыр-моң һөйөп үҫһәләр, насар түгел дә инде тигән ҡарашта инек икебеҙ ҙә.
Һуңынан ошо хаҡта үҙҙәренә лә еткерҙек. “Ҡайһылай фекерҙәрегеҙ тап килгән, әгәр ҙә һеҙҙең арала үҙ-ара аңлашылмаусылыҡ килеп сыҡһа, беҙ ҙә ни эшләргә белмәйенсә баҙап ҡалыр инек”, — тип ҡыуана хәҙер улар. Әйткәндәй, яҡындарым менән таныштырып үтәйем әле.
Улыбыҙ Владимир Өфөлә йәшәй, ул ғаиләлә иң өлкәне, һөнәре — юрист. Бәләкәй сағында балалайкала уйнарға өйрәнеп алды ла ҡулынан төшөрмәне. Хатта беҙ йоҡлап киткәс тә көйҙәр сығарып ултыра торғайны. Григорий Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының концерт бүлегендә эшләй, ул – контрабаста уйнай. Студент тормошоноң күңелле булыуы тураһында йыш һөйләй Егор. Төрлө вузда ойошторолғанынан тыш йәмәғәт тормошондағы бүтән сараларҙа ла ҡатнашалар икән.
Уртансы балабыҙ Өфө дәүләт авиация техник университетында инженер һөнәрен үҙләштерә. Ҡыҙҙарымдың икеһе лә йырлай. Юғары белем алыу өсөн Дарья Екатеринбург ҡалаһына юлланды, бөгөн Урал дәүләт архитектура-художество университеты студенты. Ә Мария иһә Собинов исемендәге Һарытау дәүләт консерваторияһында белем ала. Беҙ “Яблонька” ғаилә ансамблен төҙөнөк. Илебеҙ буйлап йыш йөрөнөк, республикабыҙ тураһында әйтәһе лә түгел.
Минеңсә, сәнғәтте үҙ иткәндәр һәр ваҡыт изге уй-ниәттәр менән яна, киләсәк хаҡында хәстәрлек күреп йәшәй. Ундай кешелә белемгә ынтылыш та көслө була.