“Башҡорт йыры” телевизион фестиваль-конкурсында Гран-при быйыл Алмас Сирусинға тапшырылды. Еңеүсе бүләккә символик статуэтка һәм 50 мең һум аҡса алды.
Фестивалдең гала-концерты 30 ноябрҙә һәм 1 декабрҙә үтте. Быйыл конкурста ҡатнашыу өсөн 50-нән ашыу кеше ғариза ебәрҙе, уларҙың яртыһы финалға сыҡты. Профессиональ һәм һәүәҫкәр йырсылар республиканың төрлө райондарынан йыйылғайны. Гала-концерт программаһына иң-иңдәр генә үтте, ә еңеүселәрҙе билдәле композиторҙар һайланы.
“Башҡорт йыры” бәйгеһе республикала ғына түгел, унан ситтә лә киң билдәле. Электән килгән матур йола буйынса, шоуҙы Башҡортостан юлдаш телеканалында 31 декабрҙә ҡарарға була.