Сәсән рухын ҡайтарабыҙ!03.12.2018
Биш йыл рәттән Әлшәй районында үткәрелеп килгән сәсәндәрҙең төбәк фестивале быйыл билдәле фольклорсы, драматург, халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналды. Сараны асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Закуан Әхмәтов, баһалама төркөмө рәйесе, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева сәләмләне.

Бәйгеселәр 16 йәшкә тиклемге һәм унан өлкәнерәктәр төркөмөндә сығыш яһаны. Ҡармыш ауылынан алты йәшлек Әлмир Әхтәмов иң кескәй ҡатнашыусы булһа, Яңы Сәпәштән Гөлсәмсә Әхмәҙиеваға 88 йәш ине. Ҡатнашыусыларҙы төрлө номинацияларҙа ҡотлап, матур бүләктәр тапшырылды. Сараның төп маҡсаты еңеп сығыу түгел, ә сәсән рухын ҡайтарыуға булышлыҡ итеү, тип билдәләй ойоштороусылар.



Вернуться назад