
Краснокама районының Яңы Ҡайынлыҡ ауылында күп функциялы мәҙәниәт йорто асылды.
Яңы бинала күмәк мәҙәни саралар өсөн бөтә шарттар булдырылған. Беренсе ҡатта балалар һәм йәштәр, ял итеү зоналары, музей-күргәҙмә комплексы, хореография класы һәм тамаша залы урынлашҡан.
Икенсе ҡаттағы тренажер залында буй-һынды тәртипкә килтерергә, сәләмәтлекте нығытырға мөмкин.