Мәскәүҙең “Алтын ай” башҡорт бейеүе ансамбле республиканың 100 йыллығына хореографик композиция — “Иҫтәлек” бейеүен ҡуйҙы. Авторы — ансамблдең етәксеһе Нәзир Байегетов.
— Бейеүҙә граждандар һуғышы осорондағы бөтә фажиғәләр, драматургия сағыла. Ошо ауыр осорҙа Башҡортостан халҡы берләшеп, Ватанға тоғролоғон, ихтыяр көсөн күрһәтте. Ҡыйыу аҙымдар илдең берҙәмлеге нигеҙенә әүерелде, сөнки автономиялы Башҡорт республикаһы берҙәм Рәсәй лозунгы аҫтында тыуҙы. Ошо хәл илдең федератив ҡоролошон билдәләне, — тине Нәзир Байегетов.