“Ҡорос” нисек сыныҡты?02.12.2018
“Ҡорос” нисек сыныҡты?М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның “Ҡорос” халыҡ театрын күптәр беләлер. Улар ҡуйған “Ауылға ҡыҙҙар килде”, “Тиле йәшлек” спектаклдәрен тамашасы яратып ҡарай, ә артистар, студент булыуҙарына ҡарамаҫтан, үтә килештереп уйнай.

Күптән түгел “Ҡорос”тың һәләте лайыҡлы баһаланды – театр Балтаста үткән “Тамаша” республика театр коллективтары фестивалендә Гран-при алды. Фестивалдә тағы Асҡын, Борай, Баҡалы, Благовар, Бишбүләк, Дүртөйлө, Өфө, Яңауыл райондарынан, Өфө, Октябрьский, Нефтекама ҡалаһынан театр коллективтары ҡатнашҡан.

Актерҙар тамашасыларға һәм баһалама ағзаларына Н. Ғәйетбаевтың “Тиле йәшлек” драмаһын тәҡдим итте. Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов.



Вернуться назад