Мәсетле районының хеҙмәт коллективтары араһында “Мәсетле ере таланттарын балҡыта” тип аталған II район художестволы үҙешмәкәрлек фестивале дауам итә. Сара Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнала.
Иң тәүгеләр булып Мәсетле районы хакимиәте, “Башаҡҡай” һәм “Ҡояшҡай” балалар баҡсалары коллективтары сығыш яһаны. Уларҙың йыр һәм бейеүҙәре тыуған төйәккә һөйөү һәм ғорурлыҡ хистәре менән һуғарылған ине.
Кисә сәхнәлә “Мәсетле ата-әсә һәм балалар шифаханаһы” коллективы балҡыны. Улар ҙа сағыу сығыш бүләк итте.
Фестиваль дүрт ай дауам итеп, киләһе йылдың 22 мартында ҙур гала-концерт менән тамамланасаҡ.