Дәүләкән боронғо тарихҡа эйә икәнен күрһәтте.Һәр яҡтың үҙенсәлеге була. Дәүләкән районы тиһәң, иң тәүҙә, әлбиттә, мәшһүр Асылыкүл, ошо ерлектә тыуған “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосы хәтергә төшә. Хәйер, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бында килеп эшләй башлаған аяҡ кейеме фабрикаһы ла, Дәүләкән оно, бөгөн инде һөт ризыҡтары ла райондың йөҙөн билдәләй. Бына ошолар һәм башҡа ҡаҙаныштар менән таныштырҙылар баш ҡала халҡын Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙған республика райондарының “Башҡортостан тарихы биттәре” тип аталған марафон-фестивалендә.
Сара башланғансы уҡ халыҡ ҡул эштәре, төбәктә етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһы, картиналар, мәҙәни, социаль, спорт сараларын яҡтыртҡан күргәҙмәләр менән таныша торҙо.
Шығырым тулы залға был төбәктән сыҡҡандар ғына түгел, ә баш ҡаланан ситтә йәшәгәндәрҙең рухын, ҡотон тойоусылар йыйылғайны. Бына сәхнәгә Дәүләкән районы артистары, һәүәҫкәрҙәре сыҡты. Республиканың үҙе кеүек үк, Дәүләкән — күп милләтле төбәк. Сығыштар башҡорт ҡурайынан, халыҡ йырҙарынан, милли бейеүҙәребеҙҙән башланды һәм мәҙәни сылбырҙы башҡа милләт вәкилдәренең йырҙары, хореографик композициялары дауам итте. “Берҡаҙан”, “Әхирәттәр”, “Вояж”, “Башҡортостан сәскәләре”, “Гәүһәр”, “Ивален” ансамблдәре сығыштары бер-береһенә үрелеп, бер туҡтауһыҙ тамаша булараҡ ҡабул ителде.
Һирәк һәм ошо төбәктә генә башҡарыла торған башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы Рәлиә Әйүпованы республикала ла яҡшы беләләр. Был юлы ла ул моңо менән таң ҡалдырҙы. Бигерәк тә йырҙы боронғоса башҡарыуы менән йәлеп итте. Ошо уҡ һүҙҙе “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосын башҡарған Зөләрәм Снигиреваның көйләүенә лә ҡарата әйтеп булыр ине. Юҡҡа ғына Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурсында лауреат исеменә лайыҡ булманы бит ул! “Юлдаш” йыр конкурсы лауреаты Эльвира Ҡолоева, һәүәҫкәр йырсылар Рафаэль Дәүләтбаев, Гөлфиә Шәүәлиева тамашасыларға моңдарын бүләк итте.
Һәр сығышта, һәр һүҙҙә төбәктең үҙенсәлеге күренеп торҙо. Район электән ҡымыҙ етештереү менән дан тотҡан. Ә уҙған йыл Республика ҡымыҙсылар ярышында беренсе урынды яуланы һәм даими рәүештә ҡатнашып, лайыҡлы сығыш яһап килә. Дәүләкәндәрҙең бейеүе лә “Ҡымыҙ бешеү” тип атала.
Элекке дәүерҙәрҙән алып бөгөнгөгә килеп ялғанған тарих биттәре төбәктең батырҙарын да, хеҙмәт алдынғыларын да хәтергә алды. Видеояҙмаларҙа райондың үҙенсәлекле тәбиғәте генә түгел, уңған, хеҙмәт һөйгән халҡы ла сағылыш тапты. Юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит: халыҡ — илдең төп байлығы. Концертта бигерәк тә төрлө быуын вәкилдәренең сығыш яһауы, өлкәндәрҙе йәштәр, балалар алмаштырыуы иғтибарҙы йәлеп итте, күңелде йылытты.
Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов фестиваль-марафондың штандартын Ишембай районы хакимиәте етәксеһе Марат Ғайсинға тапшырып:
— Сараны ойоштороусы Мәҙәниәт министрлығына, Халыҡтар дуҫлығы йортона, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, районыбыҙҙың таланттарына рәхмәт! Эстафетаны Ишембай районына тапшырыу беҙҙең өсөн шул яғы менән дә әһәмиәтле: хакимиәт башлығы — сығышы менән Дәүләкән егете! — тине.
Ә Марат Ғайсин үҙ сиратында штандартты ҡабул итте һәм изгеләрҙән-изге Торатауыбыҙ төшөрөлгән картинаны дәүләкәндәргә бүләк итте.