Баймаҡ районында Хәсәновтар ғаилә фольклор ансамблен белмәгән кеше юҡтыр. Уларҙың барыһы ла ҡурайҙа уйнай, моңло йырлай һәм бейей. Ошо көндәрҙә Ниғәмәт ауыл мәҙәниәт йортонда Хәсәновтарҙың береһе - БР атҡаҙанған мәғәриф хеҙмәткәре, оҫта ҡурайсы һәм ҡумыҙ яһау оҫтаһы Рәмил Хәсәновтың ижадына арналған “Ҡурай моңо минең уйҙарымда, хыялымда, ғүмер юлында” тигән кисә үтте.
Рәмил Сәфәрғәле улы бар ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған. Ҡасандыр тәүге тапҡыр билдәле ҡурайсы Кәрим Дияровтың һабаҡтарын алып, остазының эшен дауам итеү маҡсатында балаларҙы ҡурай серҙәренә өйрәтеп, уларҙы район, республика, төбәк конкурстарына алып сыға. Бөгөн уның уҡыусылары республиканың төрлө урындарында эшләй һәм ҡурай моңон бар донъяға тарата.
Талантлы кеше бар яҡлап талантлы, тигәндәй Рәмил Сәфәрғәле улы “Һаҡмар” халыҡ театрының да алыштырғыһыҙ актеры. Уның уйнаған образдары һис тә әртистәрҙекенән кәм түгел. Ижад кисәһендә ҡурай моңдарынан тыш, ул уйнаған спектаклдәрҙән өҙөк сәхнәләштерелде. Кисә Хәсәновтарҙың ғаилә фольклор ансамбле сығышы менән тамамланды.