Кисектерелеп килә торғас, ниһайәт, әбйәлилдәрҙең яҡташтар осрашыуы үтте. Баш ҡаланың Актер йортонда Өфөлә эшләгән-уҡыған һәммә халыҡ йыйылды. Зал туп-тулы ине. Шулай булмай, студенттар һаны ғына 600-ләп, ә бында тамыр нығытҡан әбйәлилдәрҙе һанап бөтөрлөк тә түгел бит.
Өфөлә яҡташтар ойошмаһының төҙөлөүенә инде 50 йылға яҡын ваҡыт уҙҙы. Уның яңы рәйесе Тәслимә Биктимер ҡыҙы Таһирова сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Артабан сәхнәгә йәш быуын күтәрелде. Әйткәндәй, Әбйәлил йәштәре ойошмаһының төҙөлөүенә лә 10 йыл булып киткән икән. Яҡын арала был юбилейҙы айырым билдәләргә хәл ителде.
Ғорурланырлыҡ эш бихисап. Шуларҙың береһен айырып әйтмәү хилаф булыр. Ҡасандыр Әбйәлил ерлегендә тыуған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы хәҙер бөтә республикаға нисек таралһа, бөгөн беҙҙең йәштәр тәҡдиме менән барлыҡҡа килгән “Айыҡ ауыл” акцияһы шундай уҡ яңғыраш алды. Был, әлбиттә, һөйөнөслө күренеш. Ошо маҡсатта тир түккән “Айыҡ Башҡортостан” хәрәкәте етәксеһе Марат Абдуллиндың сығышы дәррәү алҡыштарға күмелде. Өҫтәүенә ҡунаҡтар был осрашыуҙа ла халҡыбыҙҙың данлыҡлы эсемлектәре — ҡымыҙ менән буҙаны —тәмләп ҡараны. Ә әбйәлилдәрҙең бындай эсемлектәрҙе телеңде йоторлоҡ итеп яһауын әйтеп тә тормайым!
Алыҫ араларҙы яҡын итеп, райондың үҙенән дә ҡунаҡтар килеп етте. Хакимиәт етәкселегенән башҡа Амангилде ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙән торған “Сәсмәүер” фольклор ансамбле лә килгәйне. Был төркөм башҡорт халҡы йолаларын сәхнәләштереүҙә бик оҫтарған. Юҡҡа ғына “Ашҡаҙар таңдары” республика башҡорт фольклоры байрамында гран-при яуламаған икән! Бөгөн тамашасыларҙы шаян таҡмаҡтары менән дәртләндерҙеләр.
Ә осрашыуҙың төп маҡсаты “Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы ҡатын-ҡыҙҙары” китабының исем туйын үткәреү ине. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова тәҡдим иткән эш өс йыл буйы барҙы. Уға әбйәлилдәрҙең ағинәйе Азия Кусимова етәкселек итте. Азия Хашим ҡыҙына рәхмәт белдереп һәм яңы ғына уҙған юбилейы айҡанлы, район хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы, “Аҡ тирмә” башҡорт халыҡ мәҙәни үҙәге исеменән ҡотлауҙар яуҙы, бүләктәр бирелде.
Китапта район тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт һәм 200-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ хаҡында бөртөкләп йыйылған белешмә урын алған. Эштәге һәм тормоштағы фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн был китап уларға лайыҡлы һәйкәл булыр, моғайын. Ә ошо бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрҙе йырып сыҡҡан ҡыҙҙарға — китапты төҙөүселәргә Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Әбйәлилдән сыҡҡан сәнғәт эшмәкәрҙәре Әхтәм Абушахманов, Радик Вәлмөхәмәтов, Рушан Биктимеров, Ринат Атауллин, Шәһит Хамматов, Рәмилә һәм Рәзилә Моратовалар, “Осҡон” бейеү ансамбле сығыш яһаны. Иншалла, төбәгебеҙ таланттарға бай.
Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА-БИРГӘНОВА.