“Урал батыр” берләштерә29.11.2018
Өфөлә “Урал батыр” эпосын Рәсәй Федерацияһы һәм донъя телдәрендә һөйләү буйынса IX Халыҡ-ара йәш сәсәндәр бәйгеһе бара.

Быйыл туғыҙынсы тапҡыр уҙған бәйге Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй, Һиндостан, Израиль, Монголия, Франция, Германия, Үзбәкстан һәм башҡа илдәрҙәге йәштәр араһында ла киң билдәле.

“Урал батыр” эпосын яттан һөйләү бәйгеһенең төп маҡсаты – балалар һәм йәштәр араһында берҙәмлек тойғоһо тыуҙырыу.
Ҡатнашыусылар бер-нисә секцияларға бүленеп көс һынаша: кемдер эпосты башҡорт телендә яңғыратһа, кемдер рус, инглиз, татар, мари, сыуаш, немец, төрөк, ғәрәп, әрмән һәм грузин телдәрендә һөйләй.

Бәйгенең географияһы киң: республикабыҙҙың төрлө ҡала-райондарынан тыш, Рәсәй төбәктәренән, хатта сит илдәрҙән килеп көс һынашыусылар бар. Мәктәп уҡыусыларының һәм студенттарҙың һаны өс йөҙгә етә.


Вернуться назад