Йырла әле башҡортса!29.11.2018
30 ноябрҙә һәм 1 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Башҡорт йыры – 2018” телевизион бәйге финалистары һәм лауреаттары, шулай уҡ Башҡортостан, Татарстан йондоҙҙары ҡатнашлығында гала-концерт үтәсәк.

Башҡортостандың төрлө нөктәләренән, алыҫ райондарынан йыйылған 18 йәштән алып 40 йәшкә тиклемге һөнәри һәм һәүәҫкәр йырсылар гала-концертҡа тиклем оҙайлы юл үткән: башҡорт халыҡ, эстрада һәм ретро йыр төрҙәренә бүленгән этаптарҙа көс һынашып, финалға иң-иңдәре билдәле композиторҙар тарафынан һәм БЮТ каналы сайтында тауыш биреү ысулы менән һайлап алынған.

“Башҡор йыры” – даими ижади эҙләнеү. Ул Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә киң билдәлелек яулаған. Был шоуҙың телевизион версияһын йола буйынса 31 декабрь Яңы йыл кисендә БЮТ каналында ҡарарға мөмкин.


Вернуться назад