Ишембайҙар сәхнә тота28.11.2018
Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейына арналған “Башҡортостан тарихы биттәре” фестиваль-марафоны дауам итә. Әлеге минуттарҙа Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһын ишембайҙар гөрләтә.

Ишембайҙар сараға бик яуаплы һәм матур әҙерләнгән. Көн дауамында райондың уңыштарын, тарихын, бөгөнгөһөн сағылдырған бай һәм йөкмәткеле күргәҙмә эшләне. Ишембай ҡалаһы һәм районының иң сағыу йондоҙҙары, артистары күңелле концерт программаһы әҙерләгән.




Вернуться назад