Күсейҙәр “Кәләш алды”28.11.2018
Баймаҡ районы мәҙәниәт бүлеге тарафынан ауылдар араһында драма әҫәрҙәрен сәхнәләштереү буйынса конкурс иғлан ителде. Тәүҙә ауыл биләмәләрендә, аҙаҡ төбәктәрҙә еңеүсе артистар район күләмендә сығыш яһаясаҡ.


Күсей ауылында мәҙәниәтте үҙ иткән, сәнғәтте яратҡан халыҡ йәшәй. Ошо көндәрҙә ауыл һәүәҫкәрҙәре тарафынан Рәйлә Наҙарғолованың “Кәләш алам” тигән спектакле тамашасылар хөкөмөнә тапшырылды. Ауыл артистарының сығышы барыһын да һоҡландырҙы. Бөгөнгө заман проблемаһын күтәргән әҫәр берәүҙе лә уйландырмай ҡалманы. Бигерәк тә үҙ ролдәрен ҙур оҫталыҡ менән башҡарған Вилиә Латипова, Рәүилә Әбдрәхимова, Айтуған Ғибәҙуллин, Ләйсән һәм Әсғәт Фәйзуллиндарҙы ауыл халҡы алҡыштарға күмде. Күсей артистары артабан күрше ауылдар буйлап гастролдәргә сығасаҡ.


Вернуться назад