“Ике күрше” – Иерусалимда28.11.2018
Таңсулпан Бураҡаеваның ҡыҫҡа метражлы “Ике күрше” фильмы өсөнсө Иерусалим фестивалендә ҡатнаша.

Ҡорт күсе арҡаһында бер арбала Ырымбурға судҡа юлланған ике күрше тураһындағы комедия “Башҡортостан” киностудияһында төшөрөлдө. Төп ролдәрҙе Башҡорт­остан­дың халыҡ артисы Рауил Ғәлин менән Аҡъяр ауылындағы үҙешмәкәр театр актеры Зиннур Байбулатов башҡара.

Фестиваль Сыуашстан һәм Фәләстан халыҡтары араһындағы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек йәмғиәте нигеҙендә үткәрелә. “Салауат юлдары буйлап” киноэкспедицияһы Сыуашстанда булғанда Башҡортостан Кинематографистар союзы менән Йәмғиәт араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәйне.

Чебоксарҙа фестиваль 29 ноябрҙә асыла. Унда Ливан, Мысыр, Тунис, Марокко, Алжир, Оман, Ираҡ, Судан һәм Ливия, шулай уҡ Рәсәйҙең өс төбәге – Сыуашстан, Мари Иле һәм Башҡортостан фильмдары ҡатнаша.

Артабан кинокартиналар Ливанда һәм Фәләстанда күрһәтелә.


Вернуться назад