“Аҙғын тәүбәһе” Бөйөк Британияла нәшер ителә27.11.2018
Флүр Ғәлимовтың “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһы Бөйөк Британияла нәшерләнәсәк. Әҫәр “The Taste of Forbidden Fruit” (“Тыйылған емеш тәме”) тигән исем аҫтында инглиз теленә тәржемә ителгән. Был башланғысты “Нәфис әҙәбиәт” нәшриәтенең генераль директоры Алексей Гришанов тәҡдим иткән.

Быйыл “Аҙғын тәүбәһе” автор тәржемәһендә рус телендә донъя күргәйне. Китап менән донъяның 25 иленән 300 нәшриәт ҡатнашҡан 31-се Халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә лә таныштырҙылар. “Юность” журналының декабрь һанында Флүр Ғәлимовтың трилогияһына Рәсәйҙең танылған әҙәби тәнҡитсеһе Лев Аннинскийҙың рецензияһы баҫыласаҡ.


Вернуться назад