“Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһаринаға бронза “Орфей” тапшырылды. Телевизион сәнғәт өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй милли телевидение премияһын тапшырыу тантанаһы Һамарҙа үтте.
“Был – ҙур еңеү! – тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдинов. – Рәсәй төбәк телевидениеһын үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн тапшырылған махсус ТЭФИ Өфөгә юллана!!! “Тамыр”ҙың үҙенсәлекле балалар телеканалы булыуы, беҙҙең холдинг өсөн уның айырым тарих, айырым киң мәғлүмәт сараһы икәнлеге тураһында әйтеп тә тормайым. Гөлназ Фәрит ҡыҙы иһә телевидениела эшләп кенә ҡалмай, ул ысын мәғәнәһендә унда ҡайнап йәшәй. Уға, “Тамыр” һәм БЮТ телеканалдарының татыу командаһына ҙур рәхмәт”.