Мәләүездә шағир, журналист, ҡурайсы, көрәшсе Ғәли Ильясовтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы "Мәңге Урал тауҙарында булыр минең күңелем..." тип аталған Хәтер кисәһе уҙғарыла.
Килгән ҡунаҡтар өсөн ҡала мәҙәниәт һарайы фойеһында төрлө күргәҙмәләр эшләй: шәхестең тормош юлына, эшмәкәрлегенә арналғанынан алып милли биҙәүестәр, аш-һыуҙарҙан торғанына тиклем бар.
Ул ғына түгел, ҡурай яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үтә.