"Йөрәк һүҙе" телевизион проектын халыҡ ихлас ҡабул итте. Бөгөн республикабыҙҙың төрлө райондарында уны дауам итеүҙәре ошо хаҡта һөйләй.
Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафури тыуған Ғафури районының Еҙем-Ҡаран ауылындағы "Йөрәк һүҙе" шиғриәт байрамында балалар ҙа, өлкәндәр ҙә дәррәү ҡатнашты. Шуныһы үҙенсәлекле: конкурста ҡатнашыусыларға ошо төбәктән сыҡҡан ҡәләм әһелдәренең әҫәрҙәрен йә үҙең яҙған шиғырҙы һөйләү шарты ҡуйылғайны.
Гран-приҙы Гөлфирә Ишкина яулаһа, ҡалған призлы урындарҙы Айһылыу Якушева, Илфат Ғәлин, Йомабикә Бәшәрова, Әлфиә Исҡужина, Фирүзә Әбделмәнова, Фәйез Садиҡов алды. Сараға проекттың авторы Нәйлә Сәфәрғолованың үҙе килеүе лә байрамды йәмләне.
– Ауылдарҙа ла ошондай байрамдар үтеүе ҡыуандыра. Тимәк, кешеләрҙең шиғриәт аша халыҡҡа әйтер һүҙе бар. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт! – тине ул.