Ҡайтыуың менән, остазыбыҙ!19.05.2012
Ҡайтыуың менән, остазыбыҙ!Республиканың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәп, лицей, гимназия директорҙары күренекле мәғрифәтсе Мөхәммәт Исҡужиндың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияға йыйылды. Ғүмере буйы тел, милләт, киләсәк тип йән атҡан шәхестең иҫтәлегенә үткәрелгән әлеге сара мәңгелек ҡиммәттәргә ауаздаш булды: конференцияның исеме үк — "Заман шарттарында башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүҙә йәмәғәт ойошмалары менән дөйөм белем биреү учреждениеларының берҙәм эшмәкәрлеге" — бик күп мәсьәләләрҙе асып һалды.
Көндөң тәүге яртыһында ҡунаҡтар М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында асыҡ дәрестәр ҡараны. "Евразия халҡы һәм илдәре" (география дәресе), "Сифат" (башҡорт теле дәресе), "Музыканың төҙөлөш формалары" (музыка дәресе), Р. Өмөтбаевтың "Атлы башҡорт", Н. Нәжмиҙең "Урал" поэмаһы буйынса әҙерләнгән дәрестәр белгестәр тарафынан юғары баһаланды һәм ошо йүнәлештә эшләүсе уҡытыусыларға өлгө итеп күрһәтелде. "Милли мәғарифты үҫтереүҙә йәмәғәт ойошмаларының роле", "Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың көнүҙәк проблемалары" исемле "түңәрәк өҫтәл"дәр ҙә йәнле үтте. Йәмәғәт эшмәкәрҙәре, билдәле ғалимдар ҡатнашлығындағы Ҡайтыуың менән, остазыбыҙ!һөйләшеү башлыса башҡорт телен уҡытыуға, уны һаҡлап алып ҡалыу сәйәсәтенә ҡағылды. Уҡытыусыларҙы айырыуса яңы методик алымдар, яңы стандарттарҙа ҡаралған талаптар ҡыҙыҡһындырҙы. Күптәрҙе башҡорт теле дәрестәренә аҙ сәғәт бүленеү мәсьәләһе лә борсомай ҡалманы.
Белгестәр фекеренсә, күп нәмә уҡытыусының үҙенән тора. "Бөгөн министрлыҡтың теге йәки был мәктәптең уҡыу-уҡытыу планына төҙәтмәләр индерергә хоҡуғы юҡ. Шуға күрә үҙегеҙ әүҙемерәк булығыҙ. Заман менән бергә атларға ваҡыт. Закондарҙы өйрәнегеҙ, кодекстар менән танышып барығыҙ, хоҡуҡтарығыҙҙҙы белегеҙ", — тине улар уҡытыусыларға.
Ошо уҡ көндө гимназияла Мөхәммәт Исҡужинға барельефлы мемориаль таҡтаташ асылды. Заманында ата-әсәләр араһында аңлатыу эштәре алып барған, ҡултамғалар йыйып, мең бәлә менән астырған башҡорт мәктәбендә уның яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү — сикһеҙ рәхмәт билдәһе. "Ҡайтыуың менән, Мөхәммәт олатай", — тине лицей уҡыусылары. Сәләмләүгә йөрәгендә телгә, милләтенә һөйөү йөрөткән ҡунаҡтар ҙа ҡушылды.
А. ХУЖӘХМӘТОВА.


Вернуться назад