Баянсы Шәрәфуллин27.11.2018
Бер ваҡыт йыр булырлыҡ шиғыр табып булмаҫмы тип китаптар ҡарап ултырҙым да берәүһенә иғтибар иттем. “Көйөн кемдән яҙҙырырға?” тип аптырап торманым, баянсы Фирдүс Шәрәфуллинға шылтыраттым. “Харис, килтер шиғырыңды”, — тигәс китапты тоттом да ул эшләгән Өфө дәүләт сәнғәт инс­титутына киттем. Быға тиклем ул миңә яҙып биргән Фәрит Суфийәров шиғырына “Күршеләрем”, Зәлифә Кашапова һүҙҙәренә “Айһылыу” йырҙарын тамашасылар яратып ҡабул иткәйне. Башҡортостан радиоһынан да йыш тапшыралар.

Баш ҡалаға илткән хыялдар

Күрһәткән шиғыр Фирдүскә лә оҡшаны, бер-ике көндән ике вариантта йыр әҙер булды. Фонограм­маһын үҙем эшләп биргәс, тиҙ арала өйрәнеп, радиоға яҙҙырып та ҡуйҙым. Көйөргәҙе районында йәшәгән шағирә Маһира Хәли­лова шиғырына Фирдүс Шәрә­фул­лин яҙған “Үтеп бара ғү­мерҙәр” тигән был йыр “Юлдаш” радиоһы үткәргән 2017 йылдың октябрь айы хит-парадында бик күп тауыш йыйып, беренсе урынға сыҡҡайны.

Илеш районына барған һайын төҙөк, матур ауылдарға, кешеләренең ихлас­лы­ғына һәм ҡунаҡсыллығына һоҡланып ҡайтам. Танылған баянсы һәм композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының этномузыкология кафедра­һы профессоры Фирдүс Хәнәфи улы Шәрәфуллин ошо төбәктә, Яңы Күктау ауылында, донъяға килгән. Колхозсы Хәнәфи менән Рәсимә ғаи­ләһендә өс бала үҫә улар. Ғүмере буйы тракторсы булып эшләгән Хәнәфи ағай тырыш хеҙмәте өсөн Октябрь Рево­люцияһы ордены һәм бик күп миҙалдар, Маҡтау грамоталары менән бүләклән­гән. Атайҙарының һөнәрен бөгөн ауылдарында йәшәгән Рәфис ҡустыһы дауам итә. Апайҙары Рәзилә, Дүртөйлө райо­нының Һыуыҡҡул ауылында ғүмер итә, уҡытыусы булып эшләй.

Атаһы ла, әсәһе яҡлап ике туған ағайҙары ла гармунсылар булғас, бик моңло музыка ҡоралында уйнарға ҡасан өйрәнгәнен иҫләмәй Фирдүс. Был һәләт уға ҡан менән бирелгәндер, моғайын. Икенсе класта уҡыған сағынан уҡ ауылда конкурстарҙа ҡатнаша башлай. Башланғыс мәктәпте тамамлағас, район үҙәге Үрге Йәркәйҙәге 1-се мәктәп-интернатҡа уҡырға бара. Киләсәктә профессиональ баянсы булырға хыяллан­ған Фирдүсте унда музыка мәктәбе булыуы ҡыҙыҡтыра. Төшкә тиклем тырышып мәктәп-интернатта белем алһа, көн һайын тиерлек киске сәғәт етеләргә тиклем ҙур теләк менән баянда уйнау серҙәренә төшөнә. Уҡытыусыһы таныл­ған опера йырсыһы Салауат Закировтың бер туған ҡустыһы Валерий Мирзаян улы Закиров була.

Уҡыған йылдарында әҙәби ижад менән дә шөғөлләнә Фирдүс. “Баш­ҡортос­тан пионеры” гәзите һәм “Пионер” журналдарына төрлө темаға мәҡәләләр, шиғырҙар ебәреп тора, йәш хәбәрсе булып таныла. Республика балалар баҫмаларының бик күп маҡтау ҡағыҙ­ҙары менән бүләкләнә. Мәктәптең баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, бөтә республикаға билдәле педагог Ғәлимә Мансур ҡыҙы Ғәлиева, бала­ларҙа әҙәбиәткә, ғөмүмән, ижадҡа һөйөү тәрбиәләй. Уҡыусыларға белем биреп кенә ҡалмай, уларҙы шәхес итеп тә үҫтергән уҡытыусыға бик ныҡ рәхмәтле Фирдүс Шәрәфуллин.

Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары ла үтә, хыялдар алға – баш ҡалаға әйҙәй. 1985 йылда бик ҙур конкурс үтеп, Өфө сәнғәт учи­лищеһының баян бү­легенә уҡырға керә. Халыҡ-ара конкурс­тар лауреаты Владимир Васильевич Грачев класында уҡый. Хәҙерге көндә Владимир Грачев – Һарытау консерва­то­рияһы профессоры.

Композитор ҙа, уҡытыусы ла...

Танылған йырсы һәм педагог, Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы Ноғоманова һәләтле студентты төрлө концерттарға һәм мәҙәни сараларға йәлеп итә, республика райондарына гастролдәргә алып сыға. Фирдүс Шәрәфуллин менән минең дә баш ҡалабыҙҙа үткән байтаҡ концертта һәм кисәләрҙә сығыш яһағаным булды. Оҫта баянсы-аккомпаниатор менән йырлауы еңел, шуға ла уны республика кимәлендә үткән “Оҙон көй”, “Дуҫлыҡ йыры” һәм башҡа конкурстарҙа уйнарға саҡыралар. Бик күп йырсылар менән Башҡортостан радиоһы фондына йырҙар яҙҙырған.

Өфө сәнғәт училищеһын уңышлы тамамлаған баянсыны Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡырһалар ҙа, артабан уҡыу теләге уны Өфө дәүләт сәнғәт институтының фольклор бүлегенә алып килә. Бында ул сәнғәт фәндәре докторы Рауил Ғәлим улы Рәхимов класында уҡый. Уҡыуын тамамлағас, уҡы­тыусы итеп ҡалдыралар. Хәҙер 22 йыл инде сәнғәт институтында йәштәргә белем бирә ул. Ябай уҡытыусы булып башлаған Фирдүс Шәрәфуллин профессор дәрәжәһенә күтәрелде. Институтта уҡыған йылдарында сәнғәт учи­лищеһында концертмейстер булып та эшләй. Буласаҡ йырсыларҙы һәм ҡурайсыларҙы башҡарыу оҫталығына өйрәтә.

Ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә бағыш­лаһа ла, Фирдүс бер ҡасан да сәхнәнән айырылманы. Төрлө йылдарҙа сәнғәт оҫталары менән бергә Мәскәү, Ҡазан, Силәбе, Ырымбур, Пермь, Екатеринбург, Новосибирск, Магнитогорск сәхнәләрендә сығыш яһай. Яҙыусылар союзы үткәргән барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша баянсы Шәрәфуллин. Бәләбәйҙә йыл һайын үткәрелгән “Илһам шишмәләре” шиғриәт фестивалендә, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Ирек Кинйәбулатов, Ҡәҙим Аралбай, Гөлфиә Юнысова, Дилә Булгакова һәм башҡа әҙиптәрҙең ижадына бағышланған кисәләрҙә сығыш яһай.

Һөнәри яҡтан һәр саҡ үҫештә булған Ф. Шәрә­фул­лин төрлө конкурс-фес­тивалдәрҙә еңеүҙәр яулай. 2011 йылда Австрияла үткә­релгән ха­лыҡ-ара сәнғәт фести­валендә — Гран-при, 2013 йылда Магнитогорск ҡала­һында “Европа-Азия” фестиваль-конкурсында беренсе урынға лайыҡ була.
Педагог сәнғәт институтында бик күп талантлы йәштәрҙе уҡытып сығарҙы. Бөгөн профессор Шәрәфул­линдың уҡыусылары Башҡортос­тан һәм Татарстан республи­каларының юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында төрлө концерт ойошмаларында уңышлы эшләп йөрөй.

Композитор булараҡ та танылыу алды. Уның йырҙарын Йәмил Әбдел­мәнов, Вахит Хызыров, Резеда Әми­нева, Зилә Мусина, Рәмил Хәзиев, Харис Шәрипов, Ирек Сәғитов һәм башҡа бик күп танылған йырсылар яратып башҡара. Миңнетдин Шафиҡов шиғы­рына яҙылған “Дан һиңә, игенсе” йырына йәш йырсы Дамир Тайыпов бик матур клип төшөргән. Хеҙмәт кешеһен данлаған ундай йырҙың күптән ише­телгәне юҡ ине.

Ғөмүмән, Фирдүс Шәрәфуллиндың йырҙары күтәренке рухта яҙылған, темалары менән дә төрлө-төрлө. Баян өсөн яҙылған инструменталь әҫәрҙәре лә бик күп композиторҙың, уның фәнни эштәре йәш баянсы-музыканттар ара­һында традицион башҡарыу асылын пропаганда­лауға бағышланған. “Баш­ҡорт халыҡ көйҙәре”, “Баян өсөн пьесалар”, юғары һәм махсус уҡыу йорттары өсөн йыйынтыҡтар авторы ла.
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының этномузыкология кафедраһының йүнәлеше — халыҡ ижадын йыйыу, ноталарға һалыу, йыйынтыҡтар итеп сығарыу, юғары белемле музыка белгестәре һәм музыканттар әҙерләү. Ошо эште ул коллегалары менән уңышлы башҡара.

Фирдүс Шәрәфуллиндың ҡатыны йырсы Зилә Мусинаның да исеме йыр һөйөүселәргә яҡын таныш. Ул да — Илеш ҡыҙы. Байтаҡ йылдар “Башҡорт­остан” концерт залында эшләгән “Май­ҙан” эстрада-фольклор коллективын етәкләне. Хәҙерге көндә — ижад үҙә­гендә. Ике ҡыҙ үҫтерәләр. Өлкән ҡыҙ­ҙары Гүзәл — Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы студенты. Ләйсән — 14-се мәк­тәптең IV класс уҡыусыһы. Шуныһы хикмәт: заман да, тормош ығы-зығыһы ла үҙгәртмәне Шәрәфуллинды. Ул әле лә студент йылдарындағы кеүек алсаҡ, ихлас һәм йор һүҙле.


Вернуться назад