Женевала Халыҡ-ара мәҙәни йәрминкә үтте. Быйыл байрамға тәүге тапҡыр Швейцария башҡорттары һәм татарҙары ассоциацияһы саҡырылды.
Милләттәштәребеҙ үҙ мәҙәниәте, милли аш-һыуы менән таныштырҙы. Халыҡ-ара сараны йыл һайын Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Ҡатын-ҡыҙҙар гильдияһы хөкүмәт органдары, даими вәкиллектәр, Женеваның эшлекле даирәләре менән берлектә ойоштора. Байрам барышында лотерея уйнатыла, унда ауыр шарттарҙа йәшәгән балалар өсөн аҡса йыйыла.
— Башҡорт, татар милли кейемдәре байрамға йәм өҫтәне. Күптәр беҙҙең менән фотоға төштө, Башҡортостан, Татарстан хаҡында һорашты, бейеүҙәребеҙгә һоҡланды. Күп кенә илдәрҙең вәкилдәре менән таныштыҡ, уларҙы киләһе йыл июндә үтәсәк һабантуйыбыҙға саҡырҙыҡ, — тине яҡташыбыҙ БМО агентлығы хеҙмәткәре Айһылыу Йәнтүрина-Дарлес.