Имтиханды уңышлы бирҙеләр27.11.2018
Баш ҡала сәхнәһендә – Иглин районы вәкилдәре.

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арналған “Башҡорт­остан тарихы биттәре” фестиваль-марафоны дауам итә. Был юлы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Иглин райо­нының ижади коллективтары, бейеүсе һәм йырсылары Өфөлә йәшәгән яҡташтарын бай йөкмәткеле сығыштары менән ҡыуан­дырҙы. 

Иглиндар сараға йәйҙән әҙерләнә башлаған. Егерменән ашыу милләт йәшәгән төбәк булараҡ, улар һәр милләттең мәҙәниәтен, тарихын, уларҙың районды үҫтереүгә индергән өлөшөн сағылдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.

Тәүҙә Иглин районы менән таныш­тырҙылар. Һуңынан 300-гә яҡын профессиональ һәм һәүәҫкәр артист баш ҡала сәхнәһен шаулатты. Зал тултырып килгән тамашасы иһә һәр бер сығышты көслө алҡыштар менән оҙатты. Тыуған ерҙең моңона һыуһағандар ҡушылып йырланы ла.

Фойела күргәҙмә йәйелдерелгәйне. Унда райондың иҡтисадын, ауыл хужалығын, социаль өлкәһен сағылдырған предприятие, учреждениелар ҡатнашты. Иглиндар данлы һуғанын, балын һәм ауыл хужалығы тауарҙарын һатты.

Ҡул оҫталарының эштәре лә ҡунаҡтарҙы битараф ҡалдырманы. Мәҫәлән, Иглин художество мәктәбенән уҡытыусы Александр Матвеев керамиканан төрлө сувенирҙар яһау серҙәре менән уртаҡлашты. Ә бына Башҡорт агросәнәғәт колледжының Иглин филиалы йәштәрҙе эшсе һөнәренә йәлеп итеү маҡсатын ҡуйғайны.

Сара аҙағында Иглин районы хакимиәте башлығы Ғафуан Шәйхетдинов эстафета штандартын Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәновҡа тапшырҙы. Дәүләкәндәр бөгөн сығыш яһай.

Ғафуан ШӘЙХЕТДИНОВ, Иглин районы хакимиәте башлығы:
– Йыл тамамланыуға бара. Ул район өсөн уңышлы булды, бар яҡтан да үҫеш күҙәтелә. Бынан ике йыл элек социаль-иҡтисади хәл-торош буйынса төбәктә 31-се урында булһаҡ, бөгөн иң яҡшы унау иҫәбенә индек. Тыуым үҫә, йәш ғаиләләр һаны арта. Өс йыл элек районда 56 мең кеше йәшәһә, бөгөн халыҡ һаны 64,5 меңгә етте. Әле “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына – 100 объект” акцияһы сиктәрендә 640 урынлыҡ мәктәп, 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә.

Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА, Дәүләт Думаһы депутаты,  Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе:
– Был сара ассамблея һәм республика Мәҙәниәт министрлығы тарафынан ойошторола. Һәр төбәк сәмләнеп, үҙен иң яҡшыһы итеп күрһәтергә тырыша, сараға ла үҙ-ара уҙышып әҙерләнә.
Иглин матур йәшәй, үҫә. Мин ошо райондан булғаныма ғорурланам.


Вернуться назад