Республика Хөкүмәтендә “Башҡортостан” киностудияһына Әмир Абдразаҡов исемен биреү тураһында ҡарар әҙерләнде. Был хаҡта республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдерҙе.
– Бөгөн республикабыҙ үҙенең киностудияһына эйә, беҙҙә башҡорт кинолары төшөрөлә икән, бында, тәү сиратта, Әмир Ғәбделмән улының өлөшө баһалап бөткөһөҙ, – тине Әминә Ивний ҡыҙы. – Был тәҡдим менән уның эшен лайыҡлы дауам итеүсе йәш кинематографистар сыҡҡайны.
Республика Башлығы ҡарамағындағы комиссия тәҡдимде бер тауыштан хупланы.