30 ноябрҙә Өфөлә үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының VI “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” республика фестиваленең Гала-концерты үтәсәк.
Республиканың иң шәп коллективтары иҫәбенә Шаран районының “Нағыштар” башҡорт халыҡ фольклор коллективы ла ингән (етәксеһе – БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Р. Дәүләтова).
Ансамбль 2002 йылда ойошторолған. Репертуарҙарында, нигеҙҙә, ошо яҡта элек-электән киң таралған, быуындан быуынға күсә килгән башҡорт йырҙары. Ижадсылар туҡтауһыҙ эҙләнә һәм ынйыға тиң хазинаны яңынан халыҡҡа еткерә.