“Башинформ”да осрашыу23.11.2018
Ҡаҙағстандың Ҡазан ҡалаһындағы генераль консуллығы делегацияһының Башҡортостанға сәфәре барышында “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында осрашыу булды.

– Республикаларыбыҙҙың үҙ-ара эш итеүе буйынса юл картаһын төҙөргә тәҡдим итәбеҙ. Уға иҡтисади, мәҙәни һәм мәғлүмәти хеҙмәттәшлек мәсьәләләре инәсәк. Башҡортостанда Ҡаҙағстан мәҙәниәте көндәрен һәм Астанала Башҡортостан мәҙәниәте көндәрен уҙғарыу тәҡдиме лә бар, – тине Ҡаҙағстандың Ҡазандағы Генераль консулы Еркин Тоҡомов.

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов ҡунаҡты Башҡортостандағы медиа өлкәһе үҫешендәге үҙенсәлектәр менән таныштырҙы һәм уға “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарын бүләк итте. “Башинформ” агентлығының генераль директоры Максим Ульчев былтыр августа “Башинформ” һәм “Казинформ” мәғлүмәт агентлыҡтары араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылыуы хаҡында һөйләне.

Генераль консул Өфө юғары уҡыу йорттарында Ҡаҙағстандан 600-гә яҡын студенттың белем алыуын билдәләне.





Вернуться назад