Өфө ҡалаһында Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы уңышлы эшләп килә. Ниңә ул Нестеров исемен йөрөтә тип уйлаусылар ҙа барҙыр. Был һорауға тулы яуап бирер өсөн ҡайһы бер тарихи ваҡиғаларға туҡталып китәйек.
Фәйзрахман Исмәғилев — Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры:
— Быйыл музейыбыҙҙа оло байрам — уға нигеҙ һалған, танылған рәссам Михаил Нестеровтың тыуыуына 150 йыл. Ошо иҫтәлекле ваҡиғаны ҡаршылау өсөн инде өс йыл дауамында әҙерлек бара. Әйтергә кәрәк, был йәһәттән беҙҙең теләк-тәҡдимдәребеҙҙе республика Хөкүмәте лә, Мәҙәниәт министрлығы ла хупланы. Шуныһы ҡыуаныслы: М. Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы билдәләү буйынса Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов Указ ҡабул итте. Республика етәкселегенең үтенесебеҙҙе кире ҡаҡмай, ыңғай хәл итеүе оло шатлыҡ.
Михаил Васильевичтың тыуған көнө — 31 майҙа Өфөлә киң билдәләнәсәк. Тыуған йортонда рәссамдың барельефы менән таҡтаташ асыласаҡ. Артабан музейҙа уның
тормошо һәм ижадына арналған күргәҙмә эшләйәсәк. Был иҫтәлекле дата Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә киң билдәләнә. Яңыраҡ ҡына Санкт-Петербургтың Рус музейында уға арналған күргәҙмә эшләй башланы. Унда беҙҙең экспонаттар ҙа урын алды. Петербург халҡының билдәле яҡташтарыбыҙҙың ижадын шул тиклем юғары баһалауы ҡыуандырҙы.
Көҙ көнө музейыбыҙҙа үҙенсәлекле күргәҙмә менән таныштырмаҡ сыбыҙ. М. Нестеровтың Рәсәйҙең төрлө төбәгендәге һаҡланған әҫәрҙәрен йыйып күрһәтәсәкбеҙ. Рәссамдың етмешкә яҡын хеҙмәте ҡатнашырға тейеш. Ә бит был проектты тормошҡа ашырыу ҙур сығымдар талап итә. Картиналарҙы алып килеү өсөн транспорт кәрәк, уны страховкалау ҙа осһоҙға төшмәй. Бындай күргәҙмәне ойоштороу һәр төбәктең дә хәленән килерлек түгел. Тағы ла Михаил Васильевичтың тормошо һәм ижадына арналған китап сығарыу тәңгәлендә эшләйбеҙ.
Шундай оло шәхескә бәйле иҫтәлекле ваҡиғаны тейешле кимәлдә үткәрергә тейешбеҙ.
Билдәле рәссам, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Михаил Васильевич Нестеров 1862 йылдың 19(31) майында Өфөлә тыуған. Һуңынан Мәскәүҙә махсус белем алып, ижады киң танылыу яулаһа ла, тыуған яғын һәр саҡ яҡты иҫтәлек менән телгә алыр булған. 1913 йылда Өфө ҡалаһына уникаль коллекция бүләк итә. Ул ХIХ–ХХ быуаттың күренекле рәссамдарының хеҙмәттәренән, шулай уҡ үҙенең утыҙға яҡын әҫәренән тора. Улар араһында Шишкин, Левитан, Ярошенко, Коровин, Бенуа, Поленов, Архипов кеүек урыҫ һынлы сәнғәтенең сағыу вәкилдәренең ижад өлгөләре бар.
Шул тиклем дә ҡиммәтле экспозицияны урынлаштырыу өсөн Өфө хакимиәте әле төҙөлөп бөтмәгән Аксаков Халыҡ йортонда (хәҙерге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры) ҙур бүлмә бирергә уйлай. Тик Беренсе донъя һуғышы кеүек шанлы ваҡиға, һуңынан 1917 йылдағы революция төҙөлөш эшен оҙаҡҡа һуҙырға мәжбүр итә. Шуға ла 1919 йылға тиклем ҡиммәтле экспозиция Мәскәүҙә һаҡлана.
1919 йылдың 7 ноябрендә Өфөлә Октябрь революцияһы исемендәге Художестволы Пролетар музейына нигеҙ һалыу хаҡында ҡарар ҡабул ителә. Ләкин тәғәйенләнгән бинаның төҙөлөп бөтмәүе сәбәпле тәүге күргәҙмә урман эшкәртеүсе сауҙагәр Михаил Лаптевтың йортонда ойошторола. Экспозицияны Мәскәүҙән алып килеүе лә бик ауырға төшә. Граждандар һуғышынан һуңғы аслыҡ һәм баш-баштаҡлыҡ хөкөм һөргән осорға тура килә ул. Был яуаплы эште М. Нестеров үҙенең яҡын дуҫы һәм яҡташы, архитектор Илья Бондаренкоға ышанып тапшыра. Һуңынан Илья Евграфович ошо уҡ музейға етәкселек итә.
Михаил Нестеров ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем Өфө халҡы менән бәйләнеште өҙмәй. Бүләккә бирелгән экспозицияһының артабан байытылыуы хәстәрлеген дә күрә. Уның тырышлығы һөҙөмтәһендә 1929 йылда Санкт-Петербургтың Рус музейынан Айвазовскийҙың бер нисә билдәле әҫәре Өфөгә ебәрелә. Картиналар араһында урыҫ һынлы сәнғәтенең гәүһәре — “Венецияла төн” хеҙмәте лә бар.
1954 йылда Башҡорт дәүләт художество музейына уға нигеҙ һалыусы рәссам — Михаил Васильевич Нестеровтың исеме бирелә. Бөгөн иһә унда билдәле яҡташыбыҙҙың 108 әҫәре һаҡлана. Шуға ла был рухиәт үҙәге сәнғәт һөйөүселәрҙең зауығына тулыһынса яуап бирә.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.