Зәйнәб Биишеваның фатирын күрергә була22.11.2018
Мәскәүҙә прозаик, шағирә, драматург, тәржемәсе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға арналған иҫтәлекле кисә үтте.

Мәскәү милләттәр йортонда үткән кисәлә яҙыусының улы Тельман Әминев сығыш яһаны. Тельман Ғәзиз улы Мәскәүҙә йәшәй, профессор, химия фәндәре докторы, оҙаҡ йылдар әсәһенең бай ижади мираҫын һаҡлау менән шөғөлләнә. Ул барыһын да яҙыусы күп йылдар йәшәгән Өфөнөң Коммунистик урамындағы мемориаль фатирға саҡырҙы. Кисә барышында был фатир тураһында фильм да күрһәтелде.

Әҙәби сараны Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамы менән “Сәсән” ижади берекмәһе ойошторҙо.



Вернуться назад