“Этноlike” – иң яҡшыһы!21.11.2018
“Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы IV “Федерация” Бөтә Рәсәй телевидение конкурсында еңеү яуланы. Балалар каналының “Этноlike” проекты “Ата-бабалар теле” номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. Конкурста Рәсәй төбәктәренән 200-ҙән ашыу эш ҡатнашты.

“Этноlike” – телевидение менән “Инстаграм” селтәрен берләштереп, башҡорт халҡы этнографияһы хаҡында һөйләгән проект ул. Еңеүгә иһә тимерселек эше тураһындағы тапшырыу лайыҡ булды.

“Федерация” конкурсы төбәк телекомпанияларының ижади һәм техник ҡаҙаныштары, төбәк брендтары, социаль-иҡтисади үҫеш, инновация ҡеүәте, үҙенсәлектәр тураһындағы проекттар менән таныштырыу йәһәтенән ҙур майҙансыҡты тәшкил итә.



Вернуться назад