Мәҙәни белемде байытып21.11.2018
Өфөлә Башҡортостан Республикаһына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Быуат параллелдәре” мәҙәни-ағартыу һәм күргәҙмә саралары ойошторола. Улар 19 – 26 ноябрҙә ҡалалағы төрлө майҙансыҡтарҙа үтәсәк.

Тәүге сара Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында “Башҡорт һәм ватан әҙәбиәтен үҫтереүҙә Мостай Кәримдең әһәмиәте” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл”дән башланды. Милли йәштәр театрында оло юбилейҙарға арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Ошонда уҡ “Быуат параллелдәре” күргәҙмәһе асылды, күренекле ғалимдар, шағирҙар, яҙыусылар, ижтимағи-сәйәси эшмәкәрҙәр, уҡытыусылар ҡатнашлығында пленар ултырыш булды.


Вернуться назад