Композиторҙың яҡты иҫтәлегенә20.11.2018
Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика йыр бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Гала-концерт Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте. Быйыл юғары баһаға Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисткаһы Гөлнара Вәлиева лайыҡ тип табылды. Уға шулай уҡ “Заһир Исмәғилевтең әҫәрҙәрен иң яҡшы башҡарыусы” махсус бүләге лә тапшырылды.

Беренсе урынды З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты Наҙгөл Ибраһимова һәм филармония солисы Дамир Тайыпов бүлешһә, икенсе урын шулай уҡ сәнғәт институты студенты Эльвина Әхмәтханова менән опера йырсыһы Рим Рәхимовҡа тапшырылды. Өсөнсө урынды сәнғәт институтынан Регина Хөснөтдинова, Айгиз Уйылданов, Радмир Хәсәнов алды.

Концертҡа Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың ейәнсәре Ләйлә Латыпова ла килгәйне. Ул ойоштороусыларға һәм бәйгелә ҡатнашыусыларға башҡорт музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған олатаһының мираҫын һаҡлағандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Китаптар һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың нота йыйынтыҡтарынан торған күргәҙмә тамашасыларға композитор менән яҡындан танышырға мөмкинлек бирҙе.


Вернуться назад