“Туҡтатмағыҙ юлдарымдан...”19.11.2018
Ошолай атала Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты Гөлфиә Юнысованың 70 йәшлек юбилейына арналған шиғыр һәм йыр кисәһе.

Сарала Хөрмәтулла Үтәшев, Светлана Хәкимова, Вахит Хызыров, Алһыу Бәхтиева, Әлфиә Юлсурина, Илшат Сибәғәтуллин һәм башҡа билдәле артистар, күренекле шағир-яҙыусылар ҡатнаша.

Байрам 26 ноябрҙә Башҡортостан дәүләт концерт залында үтәсәк.
.


Вернуться назад