Өфөлә “Минең данлы Башҡортостаным” поэмалар конкурсына йомғаҡ яһалды. Республиканың 100 йыллығына арналған бәйге тамамланыу хөрмәтенә Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар Союзында шиғриәт байрамы үтте.
“Минең данлы Башҡортостаным” бәйгеһенең еңеүсеһе – халыҡ шағиры Рауил Бикбаев. Уның “Һуңғы төн” поэмаһы бөйөк шағир Шәйехзада Бабич ғүмеренең һуңғы сәғәттәренә арналған.
Икенсе урынға Тамара Ғәниева һәм Мәүлит Ямалетдинов сыҡты. Өсөнсө урынды Лариса Абдуллина, Рита Фәтҡуллина, Ринат Сөләймәнов бүлеште. Мөнир Иҡсановҡа махсус бүләк һәм Халыҡҡа юридик ярҙам күрһәтеү комитетынан 15 мең һумға сертификат тапшырылды.
– Бындай бәйге тәүге тапҡыр уҙғарыла, – тине Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев, – Конкурсҡа 30 авторҙан йәмғеһе 40 поэма ҡабул ителде. Бындай кимәлдә яңы әҫәрҙәр ижад ителеүе әҙәбиәтебеҙҙе алға этәргән көс булып тора.