Сибай музейы донъяға сыға19.11.2018
Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы һуңғы ваҡытта республикала, Рәсәйҙә генә түгел, ә тотош донъяла киң танылыу яулай. Ошо көндәрҙә музей директоры Альбина Ярмуллина Рәсәй музейҙары союзының дөйөм йыйылышында һәм VII Халыҡ-ара Санкт-Петербург мәҙәниәт форумы сараларында ҡатнашты. Әйткәндәй, былтыр Сибайҙың музейы Музейҙар союзы ағзаһы булараҡ та теркәлде.

Сарала Рәсәй музейҙарының үҫеш стратегияһы, мәҙәниәт ҡануниәтендәге көнүҙәк проблемалар, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолған. “Мәҙәниәт – дәүләттең стратегик ҡеүәһе” тигән исем аҫтында үткән мәртәбәле форумда 100 илдән 35 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Был йыйында ҡатнашыу мөмкинлеге музей хеҙмәткәрҙәренә Потанин мәрхәмәт фондының “Сикһеҙ музей” проекты сиктәрендә гранттар программаһы аша башҡарылды.


Вернуться назад