Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проекты сиктәрендә Ишмулла Дилмөхәмәтовтың “Тере тупраҡ” әҫәре сәхнәгә сыға. Уны Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры артистары уйнай.
Проектты тормошҡа ашырыу өсөн федераль һәм республика ҡаҙнаһы ярҙамы менән яңы ҡоролмалар, декорациялар һәм костюмдар алынған.
Спектаклдең режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы, Ишмулла Дилмөхәмәтовтың яҡташы Азат Нәҙерғолов. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: әҫәрҙе сәхнәләштереүҙә театрҙың тулы составы ҡатнаша һәм Мәскәүҙән актер һәм каскадер Роберт Йылҡыбаев саҡырылған.
Яңы һулышта, яңы алымдар менән сәхнәләштерелгән тарихи спектакль үҙ тамашасыларын көтөп ҡала. Премьера иртәгәгә тәғәйенләнгән.