Башҡорт халҡының "Урал батыр" эпосын башҡарыусыларҙың республика конкурсын ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан комитеты, республикабыҙҙың Мәғариф министрлығы, Мәскәү хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының Башҡорт социаль технологиялар институты филиалы ойошторҙо.
Маҡсаты – балаларҙа фольклорға һөйөү уятыу, әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, республикабыҙҙы төйәк иткән халыҡтарҙа тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, йәштәрҙе фәнгә ылыҡтырыу.
– Бөгөн Урал батырҙың рухына бағышлана ошо күркәм майҙан. Ҡаһармандар күп булған һайын, бәхет тә артҡан, тиҙәр, – тине жюри рәйесе, филология фәндәре докторы һәм сәсәниә Розалия Солтангәрәева. – Бәйге йылдан-йыл ҙур билдәлелек яулай, үҙ сиратында, географияһының киңәйеүе лә күҙгә асыҡ ташлана. Был, әлбиттә, шатлыҡлы.
Конкурсанттарҙы, ә уларҙың һаны һикһәндән ашыу ине, биш төркөмгә бүлеп тыңланылар. "Инглиз теле" секцияһында булғанда бер ҡыҙыҡайҙың "Урал батыр"ҙы әҫәрләнеп, инглизсә һөйләүе хайран итте. Әйтерһең дә, ул шундағы геройҙар араһында ҡайнай, кемдер өсөн көйә, бүтәндәргә ярҙамға ашыға. Башҡорт халҡының үлемһеҙ әҫәрен немец, француз, төрөк телендә лә ишетеп ҡыуандыҡ. Әйткәндәй, эпос 15 телдә яңғыраны.
Шулай итеп, Октябрьский ҡалаһынан Аделина Миңлебаева, поэтик ҡомартҡыны инглизсә тасуири ятлап, беренсе урынды яуланы. Ә Арина Сердюк (Дәүләкән ҡалаһы) мифологияға ҡоролған ҡобайырҙы тамашасыларға немец телендә еткереүгә өлгәште. Ксения Шилкина (БДУ-ның роман-герман филологияһы факультеты студенты) иһә эпик әҫәрҙе французса ишеттерҙе. Шулай уҡ Лиана Ғәлиуллина (Илеш районы, татарса) һәм Фәниә Юланова (Ейәнсура районы, төрөксә) алдынғылыҡты бирмәне.
Конкурстан һуң күңелдә тыуған ҡайһы бер уй-фекерҙәрҙе әйтмәксемен. Уның положениеһына ярашлы, йәш башҡарыусылар "Урал батыр" эпосын Башҡортостан халыҡтарының телдәрендә һәм сит телдә һөйләргә тейеш. Ысынлап та, быға өлгәшелде. Ләкин әҫәрҙең урыҫ һәм башҡорт телдәрендә яңғырамауына күптәр ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
“Хәҙергә героик эпосыбыҙ урыҫ һәм инглиз телдәренә генә тәржемә ителгән, – ти Розалия Солтангәрәева. – Улар ҙа камил түгел әле, ҡайһы бер һүҙҙәрҙә тупаҫ хаталарға юл ҡуйылған. Бүтәндәр тураһында телгә алыу артыҡ. Тәржемәгә бик һаҡ ҡарайым, тәржемәсе янында тел һәм әҙәбиәт белгесенең, йоласының, философтың булыуы шарт, минеңсә. Ә беҙҙә филолог күҙлегенән генә сығып эш ителә”.
Розалия Солтангәрәева, киләсәктә конкурс уҙғарғанда эпосты һөйләүҙе урыҫ телендә башлап, башҡортса тамамларға кәрәк, тигән тәҡдим индерҙе.
Шуныһы ҡыуаныслы: ҡырғыҙ халҡының "Манас"ы һәм яҡуттарҙың "Олонхо" әҫәре кимәлендәге "Урал батыр" эпосына иғтибар йылдан-йыл көсәйә, уны өйрәнеүселәр күбәйгәндән-күбәйә.
Илдар АҠЪЮЛОВ