Һәммәһе лә сихәтле16.11.2011
Һәммәһе лә сихәтле— Ныу, шәп бейенеләр ҙә инде!
— Ысын әртистәр тип торорһоң!
— Әлдә килгәнмен әле!
Баш ҡалабыҙҙың “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында үткән “Красноусол” шифаханаһы концертынан тамашасылар ана шулай әҫәрләнеп, күңелдәре булып таралышты.
Тәбиғәттең йәннәт кеүек бер мөйөшөндә урынлашҡан был шифахананың шөһрәте хаҡында күп сурытыу кәрәкмәй ҙә. Һулап туймаҫлыҡ һауа, шифалы ләм, минераль һыуҙар сихри ҡөҙрәткә эйә. Тик әҙәм балаһының һаулығы кәйеф көрлөгөнә, күңел байлығына, йыр-моң гөлләмәһенә лә бәйле шул. Быны шифахана етәкселеге яҡшы аңлай. Нәҡ шул ниәттән мөғжизәле һыуҙар төйәгендә рухи, мәҙәни сәләмәтлеккә ҙур иғтибар бирелә. Электрик, шәфҡәт туташы, табип булып эшләүселәр, сәхнәгә сығыу менән, ҡойоп ҡуйған артисҡа әүерелә бында.
Өфөләге концертта тамашасылар быға үҙҙәре шаһит булды. Халыҡ эркелешеп килде. Күбәләктәй осоп-ҡунып, осҡон сәсрәтеп бейегән егет-ҡыҙҙарҙы моңло йырсылар алмаштырҙы. Илдар Шәрипов, Айнур Ҡунаҡбаев, Илнар Исергәков “Шәкерттәр” бейеүен башҡарғанда, залдағылар ҙа бына-бына өҙә баҫып төшөп Һәммәһе лә сихәтлекитерҙәй булды. Рита Ҡорманаеваның самауыр менән бейеүе лә шәп килеп сыҡты. Афарин! Шифахананың умартасыһы Булат Йосоповтың исемен иғлан итеү менән барыһы ла дәррәү ҡул саба башланы. “Дуҫлыҡ моңо” конкурсында ҡатнашып, еңел машина алған, “Гәлсәр һандуғас” продюсер үҙәге фестивале лауреаты булған йырсы халыҡҡа күптән таныш.
“Ауыл кисе” бейеүен ҡарағанда күптәр, моғайын, йәшлеген күҙ алдына килтергәндер. “Шифа” фольклор-эстрада ансамбле сығышы, Рәмил Ҡотдосовтың ҡурайҙа һыҙҙырыуы ла барыһының күңеленә хуш килде.
“Красноусол”дарҙың йыр-бейеү гөлләмәһе бер тынала үтте. Концерт бөткәс тә халыҡ таралышырға ашыҡманы. Тамашасыларҙың шат йөҙөнән, көслө алҡыштарынан “бик оҡшаны, күңелле ял бүләк иттегеҙ” тигән һүҙҙәрҙе төҫмөрләргә мөмкин ине. Йыр-моңдары ла, бейеүҙәре лә сихәтле шул шифахана хеҙмәткәрҙәренең.
Венер ИСХАҠОВ


Вернуться назад